32 мең йорт хужалыҡтары газификация программаһына ярашлы “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостанда газ үткәреү ике йүнәлештә бара. Радий Хәбиров газификация буйынса төбәк штабы ултырышын үткәрҙе. Республика “Газпром” менән килешеп раҫлаған биш йыллыҡ программа буйынса газ торбалары ҡасаба-ара һәм ауыл урамдары буйлап һалына. Программаға ярашлы, проектлау һәм төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Республикала газ үткәреү кимәле әле 84,2 процент. Газ үткәреүҙе тамамлау йүнәлеше Президент йөкләмәһен бойомға ашырыу маҡсатында башҡарыла. Башҡортостанда 31 607 йорт-хужалыҡты газ яғыулығына тоташтырыу ҡарала, эштәр киң йәйелдерелә. 24 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. 21 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән, шуларҙың дүрттән бер өлөшө, йәғни, биш меңе үтәлгән. Газ транспортировкалау тарифтарына махсус өҫтәмә хаҡ күләме 21,9 проценттан 24 ярымға күтәрелде. 2025 йылға уны 35 процентҡа еткереү көтөлә. Республикала граждандарҙың айырым категориялары торлаҡҡа газ үткәреү маҡсатына 75 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар файҙалана ала. Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып яңы төҙөлгән газүткәргестәр мөлкәтенең һалым ставкаһына 100 процент ташлама ҡабул итте. Республика башлығы Башҡортостанда артабан газ үткәреү эшенә тәғәйен ҡоролмалар етештереү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Газпромдың Өфөләге газ таратыу предприятиеһы 15 йылдан ашыу транспортлаған газдың баҫымын көйләүсе һәм катодлы яҡлау станцияһы йыһаздары әҙерләү менән шөғөлләнә. «Газпром төбәк-ара газ Өфө» йәмғиәте етәксеһе Альберт Лоҡманов белдереүенсә, продукция Өфө, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында етештерелә. Үткән йылда етештереү күләме 368 миллион һум булһа, быйыл был күрһәткесте 414 миллион һумға еткерергә планлаштырыла. Тәбиғи газ баҫымын көйләүсе блок пункттары етештереү линияһын ҡарап Радий Хәбиров предприятиеның эшмәкәрлегенә көнбайыш илдәре иғлан иткән санкциялар йоғонтоһо менән ҡыҙыҡһынды.«Ағиҙел-3000» катодлы яҡлау станцияһы Газпромдың Өфөләге газ таратыу предприятиеһы менән «Молния» фәнни-етештереү берекмәһе уйлап сығарған өлгө. Станция торбалар һәм ер аҫты ҡорос ҡоролмаларын тутығыуҙан һаҡларға иҫәпләнгән. Альберт Лоҡманов белдереүенсә, станцияларҙың барыһы ла контроль һәм идара системалары менән йыһазландырылған. Предприятиеның етештереү ҡеүәте йылына бер мең ошондай станция сығарыу мөмкинлеген бирә. Газ тапшырыусы ойошмаларҙың уңышлы эшмәкәрлеге ҡулланыусылар һанына ла тура бәйле. Төбәктә газ үткәреү программаһын бойомға ашырыу тап шул мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән. 2025 йылға тиклем йорттарҙы газ яғыулығына тоташтырыу маҡсатына рекорд һан – 15 ярым миллиард һум һалына. Радий Хәбиров билдәләүенсә, программа биләмәне газификациялау процентын 7-8 берәмеккә күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Йөкләмәне үтәр өсөн газ таратыу селтәрен үҫтереү генә аҙ. Республика башлығы фекеренсә, кешеләргә газ үткәреүгә ҡағылған бар мәғлүмәт тураһында белешмә биреү мөһим. Газ үткәреүҙе тамамлау программаһын үтәүгә ҡағылған технологик, юридик, ер ҡоролошо кеүек башҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн төбәк штабы даими тәртиптә эшләй.
32 мең йорт “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителәсәк
32 мең йорт “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителәсәк