Өфөлә мәҙәни мираҫ объектын төҙөкләндереү башланды

Өфөлә мәҙәни мираҫ объектын төҙөкләндереү башланды

Өфөлә мәҙәни мираҫ дәрәжәһен алған “Башпотребсоюз” ойошмаһы бинаһының ҡыйығын төҙөкләндереү башланды. Объектың ҡайһы бер урындары шул килеш ҡаласаҡ. Эштәр ҡасан тамамланыр, Өфөнөң йәмле урынындағы бинаны ниндәй үҙгәрештәр көтә? Баш ҡаланың Ленин урамында урынлашҡан “Башпотребсоюз” бинаһына 80 йылдан ашыу. Ул «Сталин ампиры» архитектура стилендә төҙөлгән. Төҙөлөш эштәре дүрт йыл тирәһе дауам иткән. Бинала кооператив техникум эшләгән, республика райондарынан килгән эшҡыуарҙарҙың һатыу итеү урыны булып һаналған. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошонда уҡ СССР Дәүләт контроле Халыҡ комиссариаты урынлашҡан. “Башпотребсоюз” бинаһы төбәк кимәлендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ул, тарихи дәрәжәһенә ярашлы, айырыуса һаҡланған биналар исемлегендә. Быйыл бинаның ҡыйығын реставрациялау эштәре башланды. Мәҙәни мираҫ объектын реставрациялау эшенә теләгән һәр подрядсы ойошма дәғүә итә алмай. Бының өсөн Илдең мәҙәниәт министрлығынан рөхсәт булырға тейеш. Баш ҡалала махсус лицензиялы ике ойошма иҫәпләнә. Шуларҙың береһе эш башлаған да инде.Бинаның ҡыйығы быйыл ноябрь айында әҙер булыр, тип көтөлә. Эш барышында мәҙәни мираҫ объектының ҡайһы бер урындарын шул килеш ҡалдырырға хәл ителгән.Өҫтәүенә, мәҙәни мираҫ объектының залында 1937-се йылдарҙа эшләнгән биҙәүестәр шул уҡ ҡиәфәттә һаҡланған. Залдағы люстралар 80 йылдан ашыу эленеп тора. Улар бер ваҡытта ла алыштырылмаған. Реставрация мәлендә лә люстралар тейелмәйәсәк. Тик алдағы көндәрҙә люстраны аҫҡа төшөрөү механизмын алыштырыу бурысы ҡуйылған.Өфөнөң 450 йыллығына “Башпотребсоюз” бинаһының ҡыйығынан тыш, башҡа реставрация эштәре лә көтөлә.Быйыл Башпотребсоюз бинаһынан тыш, баш ҡалала Коммуна йортон яңыртылыу ҡаралған. Ә 2023-сө йылда йәнә 21 объектты төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған.Республикала бөтәһе 1800-н ашыу мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә. Шуларҙың 40 проценты ремонт йәки реставрацияға мохтаж.