Башҡортостанда 32 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Башҡортостанда 32 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Тимәк, йылға, күл буйҙары халыҡ менән тулы буласаҡ. Ҡотҡарыусылар өсөн, ысын мәғәнәһендә, тынғыһыҙ осор башлана. Улар һыу төшөргә ярамаған урындар буйлап рейдтар үткәрә. Йылға, яр буйында, башлыса, балалар үҙҙәре генә йөрөй һәм күп осраҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Йылға буйында ата-әсәһеҙ йөрөгән балалар менән ҡотҡарыусыларға йыш һөйләшергә тура килә. Нижегородкалағы был пляж һыу ташыу сәбәпле быйыл асылмаған. Тимәк, ул да һыу инергә ярамаған урындар иҫәбендә. Николай Григорьев ҡотҡарыусы булараҡ, яр буйҙарын 15 йыл дауамында ҡарауыллай. аңлатыуҙан тыш ҡотҡарырға ла тура килә, ти ул. Ҡояшлы тип аталған пляж башҡала халҡының яратҡан ҡыҙыныу урыны. Әммә бында ла хәүефле урындар бар. Рейд барышында граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрәҙәре һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкәртә.Календарҙа йәй башланһа ла һыу инергә теләүселәрҙең һаны күп түгел. Йылға яҙғы ташҡындан һуң таҙарып та, йылынып та өлгөрмәгән. Башлыса йыһаздандырылған пляжда ҡыҙыныусыларҙы осраттыҡ. Ә был Коля исемле малай Себерҙән ҡунаҡҡа килгән. Сыныҡҡанмын, тип ололарҙан ҡалмай һыуҙа уйнай.Ҡотҡарыусыларҙың берәүҙәре йылға буйлап катерҙа патрулдә йөрөһә, рәсми пляждарҙағы төркөм көн дауамында һаҡта тора. Әлегә барыһы ла тыныс, ти улар.Быйыл май айы йылы көндәре менән ҡыуандырманы. Июндә лә эҫе һауа торошо күҙәтелмәй, әммә температура нормаға ярашлы була тип вәғҙәләй синоптиктар. Һауа температураһы ыңғай яҡҡа үҙгәреү менән өфөләләр һәм башҡала ҡунаҡтары 8 рәсми пляжда ял итә ала. Калинин районында "Ҡомло", "Гольфстрим", "Ожмах яры", Киров районында "Ҡояшлы", Ленин районында "Йылғасы" стадионы янында "Аҡ яр-Затон", Октябрь районында "Ҡояшлы яр" һәм "Сипайловолағы Сочи" пляждары эшләй. Ә бына Карьер һәм Аҡ яр- Нижегорродка пляждары әлегә асылмаған.