Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль 82-се ижад миҙгелен тамамланы

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль 82-се ижад миҙгелен тамамланы

Ошо уңайҙан Өфөлә ҙур концерт уҙҙы. Ғәскәровсылар күптән яратып өлгөргән композицияларҙан тыш, яңы премьералар менән дә тамашасыһын ҡыуандырҙы. Йола буйынса, концертты Зарифа бейеүе аса. Фәйзи Әҙеһәм улы ҡуйған был композицияға 80 йылдан ашыу. Төрлө илдәрҙе урап сыҡҡан башҡорт бейеүен урындағы халыҡ һәр ваҡыт йылы ҡабул итә. Ә был “Быуындар сылбыры” тип аталған өр-яңы бейеү. Солисткаларҙың тәүге хәрәкәттәре сикһеҙлек, мәңгелек символын сағылдыра. Ғөмүмән, был бейеүгә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған, ти уның ҡуйыусыһы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева. Артистарҙың костюмдары ла ҡатмарлы. Улар бейеү ваҡытында өс быуынды сағылдырған өс образ алмаштыра.Концерт Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан уҙғанға күрә, ғәскәровсылар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә арнап, «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеүен башҡарҙы.Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылы сиктәрендә уҙған тамашала ансамбль артистары илебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың бейеү сәнғәте өлгөләре менән дә таныштырҙы. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, бейеүҙәр артистар һәм вокаль төркөмдәр башҡарыуындағы йырҙар менән үрелеп барҙы.82-се ижад миҙгеле йомғаҡланһа ла, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштарын әле тамамламай. Алда Мәскәүҙәге һабантуй һәм Калининград өлкәһенә гастролдәр көтә. Ә йәйге ялдарҙан һуң инде коллектив үҙенең нигеҙ һалыусыһы, билдәле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә башлясаҡ.