Бөйөк Британиялағы референдумдың минут һайын тиерлек үҙгәреп торған йомғаҡтары фонд биржаларында ла сағылыш таба. Тауыш биреү Азия сауҙа майҙансыҡтарына ҙур йоғонто яһай. Баҙарҙа хәл көсөргәнешле тип баһалай аналитиктар.
Сүриә ғәскәрҙәре Манбидж ҡалаһын “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат итте. Был ҡала Төркиә сигендә урынлашҡан һәм ИГИЛ өсөн ҡорал, аҙыҡ-түлек ташыу йәһәтенән стратегик әһәмиәткә эйә.
Румынияла эҫе ҡабып 13 кеше һәләк булған. Таҡы ла бер-нисә кеше ауыр хәлдә, тип хәбәр ителә. Һәләк булыусыларҙың барыһы ла баҫыуҙа эшләгән.