Быйыл республика мәктәптәрен тамамлаған 19 меңгә яҡын йәштәрҙең 10 мең 403-ө бюджет урындарына дәғүә итә ала. Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бакалавр әҙерләү программаһы буйынса 6233, белгестәргә 1518, магистрҙарға 2652 урын бирелгән. Мәктәпте бер нисә йыл элек тамамлаған Лариса Йәнгирова юғары уҡыу йортона инеү өсөн талап ителгән фәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Документтарын ул классик университеттың филология бүлегенә тапшыра.Уҡырға инергә теләгәндәр документтарын илдең биш юғары уҡыу йортона һәм уларҙағы өс факультетҡа тапшыра ала. Абитуриенттарҙың был хоҡуғын үтәү өсөн Башҡорт Дәүләт университетында быйыл йәнә бер бүлек асыла. Унда эске туризм өлкәһен хеҙмәтләндереүсе белгестәр әҙерләү күҙ уңында тотола. БДУ-ға хас тағы ла бер яңылыҡ – университеттың иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында магистратура йүнәлештәренә бюджет урындары бар. Уҡыу йортона йыл да йәмғеһе мең ярым тирәһе студент бакалавр һәм магистр йүнәлештәре буйынса бушлай, йәнә 800 кеше түләүле уҡыу төркөмдәренә ҡабул ителә. Хаҡтар былтырғынан юғарыраҡ, һөнәр төрҙәренә ҡарап йылына 60-тан 120 меңгә тиклем. Өфө нефть техник университетында иһә хаҡтарҙың иң юғарыһы 150 меңгә етә. Был юғары уҡыу йорто быйыл мәғариф министрылығың терәк университеты дәрәжәһен ҡаҙанды. Нефть һәм газ, төҙөлөш өлкәһендә ныҡлы белем алыр өсөн Өфөгә Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән һәм 43 сит илдән студенттар килә. Өфө авиация техник университетында бакалавр һәм магистр йүнәлештәренән тыш урта һөнәри белем биреүсе 11 бүлек бар. Быйылғы уҡыу йылына 7 меңгә яҡын студенттың ҡабул ителеүе көтөлә. Республика предприятиеларында был белгестәргә ихтыяж ҙур. Күптәр уҡырға махсус юллама алған.Гуманитар өлкәлә терәк юғары уҡыу йорто дәрәжәле педагогия университетының өҫтөнлөгө – ситтән тороп уҡыу бүлектәренең тулыһынса бюджет урындарынан тороуында. Был урта һөнәри белем алып эшкә юлланған уҡытыусылар өсөн ҡулай. Улар ҡыҫҡартылған программа буйынса өс йыл эсендә юғары белем үҙләштерә. Ныҡлы белем биреүе менән илдә танылған Өфө юғары уҡыу йорттары ҡабул итеү кампанияһына етди әҙерлек эше алып бара, уҡыусылар менән осрашыуҙар, асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Белемле йәштәрҙең Башҡортостанда уҡырға һәм артабан эшләргә ҡалыуы мөһим. Республика етәкселеге ошо мәсьәләне һыҙыҡ өҫтөнә ала.Заман йәштәренең һирәк йәиһә үҙенсәлекле һөнәр һайлағандары ла бар. Маҡсатҡа өлгәшеү теләге уларҙы республиканан ситтә урынлашҡан уҡыу йорттарына саҡыра.Ҡайҙа уҡыуына ҡарамаҫтан төплө белем алып илгә файҙа һәм йәмғиәткә үҫеш вәғәҙә иткәндәргә уңыштар теләйһе ҡала. Комиссиялар иһә документтар ҡабул итеүҙең иң ҡыҙыу осорон июль урталарында көтә. Берҙәм Дәүләт имтихандарының бар һөҙөмтәләре лә иғлан ителгәс урта мәктәп тамамлаған йәштәр бында йылдам ағыла башлар. Көндөҙгө һәм ситтән торп уҡыу бүлектәренең бюджет төркөмдәренә документтар 26-сы июлгә, башҡаларына 17-се авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Бар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты юғары уҡыу йорттарының интернеттағы сайттарынан алырға мөмкин.
Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы
Тулыраҡ: Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы