"Өфө уттары" 27-се июндә: композитор Илшат Хәлилов менән осрашыу

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Нимә ул йыр? Һүҙҙәр һәм ноталар бәйләнешеме? Йөрәк ҡағышына моң ҡушылыуымы? Быны композитор үҙе генә аңлата алалыр.

Булмышы музыка булған билдәле композитор Илшат Хәлиловтың эшмәкәрлеге, тормош юлы, хеҙмәт емештәре тураһында  — "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуының бөгөнгө, 27-се июнь сығарылышында һөйләшербеҙ.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн (“Whatsapp”): 8-919-617-96-41

Беҙҙе көн һайын, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы тулҡындарында, "Башҡортостан-24" телеканалында 20 сәғәт 10 минутта тыңлағыҙ һәм ҡарағыҙ.