Республика етәксеһе урам сауҙаһында тиҙ арала тәртип урынлаштырырға, баҡсасыларҙан урын өсөн аҡса алмаҫҡа саҡырҙы. Был турала Радий Хәбиров республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы үҙ баҡсаһынан алып килеп сауҙа итеүсе өлкәндәр өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға ҡушты. Баҡтиһәң, республиканың күп кенә төбәктәрендә хәләл көс менән үҫтерелгән емеш-еләген һатыусыларҙан аҡса йыйыуҙары асыҡланған. Беҙҙең йәштәр иң яҡшылары тигән һүҙҙәр менән асты Оператив кәңәшмәне Республика Башлығы. Дүшәмбегә тап килгән байрам быйыл республикала йәкшәмбе көнө киң билдәләнде. Ағиҙел яры сараларҙың төп майҙансығына әүерелде, унда 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Үткән сараларҙы, ваҡиғаларҙы йомғаҡлап алда үтә торғандарын да барлау, мөһим бойороҡтар биреү тәжрибәһе нығынған. Мөһимдәрҙән, киләһе аҙнала “Шүлгән-Таш” тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһы тора. Рәсәйҙәге берҙән-бер уникаль объектты күрер һәм тематик кәңәшмәлә ҡатнашыр өсөн билдәле ғалимдар киләсәк. 30 июндә Беларусияның Гродно ҡалаһында Рәсәй төбәктәренең 9-сы форумы үтә. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Киләһе сараның юбилейлыһын Өфө ҡабул итәсәк. Уға алдан әҙерләнә башларға кәрәк тине Республика Башлығы.Был аҙнала Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышына йыйыла. Парламент санкция баҫымы шарттарында төбәк иҡтисадын ҡотҡарыу сараларын күрергә ниәтләй. Дөрөҫөрәге, бизнесҡа, Ай Ти компанияларға, ҡулланыу кооперацияларына һәм сауҙа комплекстарына ярҙам закондары ҡарала. Дәүләт йыйылышы спикеры Константин Толкачев йәйге каникулдар осоронда ла депутаттар ашығыс ҡарарҙар өҫтөндә эшләүен дауам итәсәк, тине. Иҡтисадтағы ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда баҡсасылыҡҡа субсидия бүлә башлаясаҡтар. Йәғни, үҙ участкаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫтергән өсөн дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, киләһе йылдан үҙмәшғүл баҡсасыларға элиталы орлоҡтан картуф йә башҡа йәшелсә үҫтереп уны һатыуға сығарған өсөн тоннаһына 4 мең һум тирәһенән субсидия биреләсәк. Был, тәү сиратта, эске баҙарҙы етерлек аҙыҡ менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуйһа, баҡсасыларға үҙ ерен эшкәртеүгә этәргес бирер, тип күҙаллана. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле республикалағы бөтә төр йәшелсә, картуфтың 86 проценты шәхси баҡсаларҙа үҫтерелә. Баҡсасыларҙың үҙе үҫтергәнде сығарып һатыр урындары өсөн яуаплы чиновниктар Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбировтаң ҡаты ғына шелтә алды. Баҡтиһәң, ул урындар түләүле, шуға ла ололар үҙ баҡсаһында үҫтергәнде йыһазландырылған сауҙа рәтенә баҫып һатмай, ә ситтәрәк ергә йә ҡумтаға һалырға мәжбүр.Оператив кәңәшмәлә полилингваль мәктәптәр эшмәкәрлеге буйынса доклад яңғыраны. Мәғариф министры быйыл тағы ике белем усағы асыласағын белдерҙе. Улар Аҡъярҙа һәм Учалыла урынлаша. Шулай уҡ Мишкәлә Мари, ә Бишбүләктә сыуаш этномәҙәни компонент менән полилингваль мәктәптәр булдырыу өҫтөндә эш бара.Төбәгебеҙҙең күп милләтлелеген билдәләүсе фактор булараҡ тел мәктәптәрен үҫтереү мөһим, тине Республика Башлығы. Үҫеп килгән быуындың физик сәләмәтлеген нығытыу йәһәтенән “Мәктәптәргә бокс” проекты уңышлы булмаҡсы. Тәү тәжрибә булараҡ ул быйылдан Башҡортостандың бер нисә район-ҡалаһында ғәмәлгә ашырыла башлай.
Өлкәндәрҙән аҡса йыйыу чиновник эшеме?
Өлкәндәрҙән аҡса йыйыу чиновник эшеме?