Көйөргәҙе районында Башҡортостан ветеринарҙарының тактик-штаб күнекмәләре ойошторолдо. Бешмә, ҡош киҙеүе һәм башҡа төр йоғошло сирҙәр таралыуға юл ҡуймау, профилактик саралау ойоштороу йәһәтәненән үткәрелгән сараға республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм шулай уҡ күрше Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан республикаһынан барлығы 100-ҙән ашыу белгес ҡатнашты. Ветеринар постар эшләй, техника махсус шыйыҡса менән эшкәртелә, ауыл тулыһынса карантинға ябылған. Сценарийға ярашлы, Көйөргәҙе районы Яңы Отрада ауылының шәхси хужалыҡтарының береһендә бешмә ауырыуы табылған. Биләмәлә бешмә йә башҡа төрлө йоғошло сирҙәр табылған осраҡта, ауыл тулыһынса карантинға ябыла. Шәхси ихаталағы малдарға вакцинация эшләү мөмкин түгел икән, уларҙы махсус урындарҙа юҡ итергә кәрәк. Урында махсус лаборатория эшләй, һәр шәхси ихатала дезинфекция үткәрелә. Төп маҡсат-бешмә эҙемтәләрен бөтөрөү һәм башҡа мал ауырыуҙарын таратмау өсөн күләмле саралар күреү. Ошондай тактик-штаб күнекмәләр республиканың һәр районында уҙғарыласаҡ. Республика ветеринария хеҙмәте идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин белдереүенсә, әлеге ваҡытта илдә эпизоотик хәл ауыр һәм көсөргәнешле. Силәбе һәм Ырымбур өлкәһе, Татарстан Республикаһы кеүек ҡайһы бер күрше төбәктәрҙә бешмә ауырыуы, ҡош киҙеүенең, йоғошло дерматиттың таралыу осраҡтары теркәлгән. Республикаға ла йоғошло ауырыуҙарҙың үтеп инеү ихтималлығы ҙур.Йоғошло ауырыуҙарҙан ҡурсалау маҡсатында республика Ветеринар идаралығының төбәктә һәм унан ситкә малды күсереп йөрөткәндә санитар тикшереү үткәреүҙең мотлаҡ булыуы хаҡында бойороғо ла бар. Биләмәлә йоғошло сир теркәлгән осраҡта унда булған мал тулыһынса юҡ ителергә тейеш. Мәҫәлән, бешмә табылған урында кәм тигәндә өс йыл һыйыр малы аҫырарға ярамай.Башҡортостан Волга буйы Федераль округында малдар һаны буйынса беренселәр рәтендә. Аяныслы хәлгә тарымаҫ өсөн бөтә санитар талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Баймаҡ, Туймазы, Благовар райондарында теркәлгән күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң төбәктә яуаплы хеҙмәттәргә һәр саҡ уяу булырға кәңәш ителә.
Ветеринарҙар тактик-штаб күнекмәләр үткәрҙе
Ветеринарҙар тактик-штаб күнекмәләр үткәрҙе