Ҡала халҡы “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале тураһында тик ыңғай хис-тойғолары менән бүлешһә, Рәсәй артистары Өфө тураһында ыңғай фекерен еткерҙе. Евразия йөрәге быйыл нисек типте? Теүәл өс көн “Торатау” конгресс-холлы янындағы амфитеатр йыр-моңға күмелеп гөрләп торҙо. “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале -бөтә республика халҡы көтөп алған ҙур мәҙәни сараларҙың береһе. Быйыл фестиваль “Башҡортостанда тыуғандар” программаһы менән асылды. Республика данын күтәреп төрлө телевизион шоуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ бер сәхнәгә йыйылды. Фестивалдең беренсе көнөндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестрын тыңларға мөмкин ине. Ә сараның хедлайнерҙары булып «21-се быуат тенорҙары» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө сығыш яһаны. “Пицца” төркөмө лидеры Сергей Приказчиков Өфөлә тыуып үҫкән. Баш ҡаланың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен билдәләй. Ҙур сараға минең туғандарым, дуҫтарым йыйыла, шуға ла фестиваль осрашыу урыны ла булып тора, ти артист. “Евразия йөрәге” Рәсәй һәм сит ил артистарын йыйған фестиваль. Илдә был проекттың тиңе юҡ.“Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын халыҡ һаны артҡандан-арта. Шуныһы ҡыуаныслы, фестивалгә ололар, йәштәр ҙә, кескәйҙәр ҙә йөрөй. Улар йырлап-бейеп күңел аса. Тимәк сәнғәт һәр кешелә һөйөү уята.Фестивалдең икенсе көнөндә ҡала халҡы милли симфоник оркестр башҡарыуында донъя классикаһы әҫәрҙәрен тыңлай алды. Дирижер пульты артында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков. “Симфоник төн” мәлендә ямғыр яуһа ла, халыҡ һаны кәмемәне. “Евразия йөрәге” Рәсәйҙең иң яҡшы ун мәҙәни фестивале исемлегенә ингән проект. Тап был фестивалгә күрше төбәктән тамаша ҡылырға килеүселәр ҙә бар. “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең өсөнсө көнө гала-концерт менән тамамланды. Сара Йәштәр көнөнә арналды. Республиканың йәш артистары, “Бишбармаҡ”, “Дәрүиш-хан”, Бүрәт республикаһының “Намгар” этно-төркөмө һәм башҡа артистар халыҡ күңелен күтәрҙе. “Евразия йөрәге” фестивален Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов ...Һәм “Дискотека Авария” төркөмө тамамланы.Халыҡ сәхнә йондоҙҙарын алҡыштарға күмеп ҡаршы алды. Йырҙарҙын да улар яттан белә. Өсөнсө көн һыуыҡ булһа ла, халыҡ ҡайтырға ашыҡманы. Ә Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Өфөнөң йәнә йәмләнеүен билдәләне. 2016-сы йылдан алып уҙғарылған “Евразия йөрәге” фестивален ярты миллиондан ашыу кеше тамаша ҡылған. Фестивалде бөтә ил буйлап ике миллиондан ашыу кеше онлайн күҙәткән.
Саф һауа, төрлө йүнәлештәге музыка, билдәле артистар
Саф һауа, төрлө йүнәлештәге музыка, билдәле артистар