Төбәк иҡтисадына ярҙам

Төбәк иҡтисадына ярҙам

Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай был аҙнала яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышына йыйыла. Парламент санкция баҫымы шарттарында төбәк иҡтисадына ярҙам сараларын күрергә ниәтләй. Дөрөҫөрәге, бизнесҡа, Ай Ти компанияларға, ҡулланыу кооперацияларына һәм сауҙа комплекстарына ярҙам закондары ҡарала. Йәйге каникулдар осоронда ла депутаттар ашығыс ҡарарҙар өҫтөндә эшләүен дауам итәсәк. Башҡортостанда баҡсасылыҡҡа субсидия бүлә башлаясаҡтар. Йәғни, үҙ участкаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫтергән өсөн дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, киләһе йылдан үҙмәшғүл баҡсасыларға элиталы орлоҡтан картуф йә башҡа йәшелсә үҫтереп уны һатыуға сығарған өсөн тоннаһына 4 мең һум тирәһенән субсидия биреләсәк. Был, тәү сиратта, эске баҙарҙы етерлек аҙыҡ менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуйһа, баҡсасыларға үҙ ерен эшкәртеүгә этәргес бирер, тип күҙаллана. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле республикалағы бөтә төр йәшелсә, картуфтың 86 проценты шәхси баҡсаларҙа үҫтерелә.