Иглин районында йәшәүсе Фаттаховтар ғаиләһе балалар йорттарына һәм баҡсаларына, дауахана, мәктәптәргә сәскәләр бүләк итте. Хатта Асҡын районынан да килеүселәр бар. Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ. 600 квадрат метрлыҡ теплицала үҫтерелгән сәскәләрҙең һатыуҙан артып ҡалғанын Фаттаховтар балалар йорттарына, баҡсаларына бүләк итергә ҡарар иткән. Фәттәховтар сәскә үҫтереү менән 2017-се йылдан шөғөлләнә. Бар эш петунияларҙан башланып китә. Баҡсаға ултыртҡанынан артып ҡалғанын яйлап һатыуға сығарып килем дә ала башлайҙар. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлағас, был эштең күп нескәлектәренә төшөндөк, ти Фәттәховтар. Балалар ҙа был эштә ярҙам итә. Хәҙер инде уңған хужалар һәр сәскәне дөрөҫ ултыртыуҙан алып нисек туҡландырыу кәрәклегенә тиклем белә. Бында бер һәм күп йыллыҡ сәскәләрҙең генә 60 төрө бар. Әлбиттә, һәр ҡайһыһы айырым иғтибар талап итә. Киләсәктә иһә хужабикә ылыҫлы декоратив ағастар ҙа үҫтерергә планлаштыра...
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ