Башҡортостанда төбәк һайлау комиссияһының яңы составы раҫланды

Башҡортостанда төбәк һайлау комиссияһының яңы составы раҫланды.

Һайлау комиссияһын яңыртыу элекке составтың вәкәләттәре тамамланыуға бәйле. Башҡортостан Башлығының төбәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, һайлау комиссияһының яңы составы ҡарар ҡабул итеү хоҡуғы булған 12 ағзанан тора. Элекке составҡа ҡушып комиссияға йәнә бер яңы ағза һайланды. Александр Яшиновты «Справедливая Россия – патриоты — за правду» фирҡәһе тәҡдим иткән. Төбәк һайлау комиссияһы составында алты сәйәси фирҡә «Берҙәм Рәсәй», ЛДПР, «Новые люди», “Зеленые” экология фирҡәһе вәкилдәре бар. Комиссия составына шулай уҡ Рәсәй Үҙәк, Башҡортостан төбәк һайлау комиссияһының элекке составы һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдары тәҡдим иткән вәкилдәр инде. Төбәк һайләу комиссия рәйесе вазифаһына бер тауыштан Илона Макаренко һайланды. Комиссия яңы составта 28 июндән эш башланы.