Терминология комиссияһы сираттағы ултырышҡа йыйылды

Терминология комиссияһы сираттағы ултырышҡа йыйылды

Ойошма ярты йыллыҡҡа эш планын барланы. Уларҙы бойомға ашырыу юлдары тураһында комиссия ағзалары премьер-министр урынбаҫары Азат Баҙранов менән һөйләште. Терминология хеҙмәтенең эшмәкәрлегенә хәҙер Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре ҙур иғтибар бүлә. Был алтаҡталарҙағы хаталарҙы теркәп, уларҙы хакимиәт бойороғо менән төҙәтә алыу мөмкинлегендә сағыла. Тағы ла Азат Шамил улы һәм комиссия ағзалары киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан бер аҙналыҡ материалдарҙы туплап, тикшереп анализ яһарға, сентябргә тиклем гәзит-журнал, телевидение етәкселәрен ошо уңайҙан кәңәшмәгә йыйырға, башҡорт теле грамматикаһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен яйға һалырға, терминология хеҙмәтенең рәсми сайтын булдырырға, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм журналистар өсөн курстар ойошторорға ҡарар итте. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы йә иһә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сиктәрендә Республика тәржемә үҙәген булдырыуҙы ла терминология хеҙмәте ағзалары мөһим эштәр рәтендә ҡараны. Комиссия ағзаларына танытмалар тапшырылды. Рәсми документ терминология хеҙмәте ағзаларының башҡорт телен дөрөҫ ҡулланыуҙы тәъмин итеүҙә мөкинлектәрен арттыра.