Өфөлә Геофизиктар урамындағы юл төҙөлөшө 95 процентҡа әҙер. Пугачев урамын ябыуға әҙерлек эштәре әүҙем бара. Был хаҡта Өфө мэриаһында үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр иттеләр. Пугачев урамында тиҙҙән реконструкци эштәре башланыу сәбәпле, йәй уртаһынан алып водителдәр урау юлдан йөрөй башлаясаҡ. Пугачев урамын төҙөкләндереү — Өфө ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәләге төп мәсьәләләрҙең береһе. Нуғай трассаһынан баш ҡалаға тиклем һәр ваҡыт автомобиль тығыны булыу сәбәпле, бихисап водительдәр өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуа, шуға ла киләсәктә уны киңәйтеү маҡсаты ҡуйылған. Пугачев урамы ремонт эштәренә ябылғас, транспорт хәрәкәтен Кузнецов Затоны аша ебәрәсәктәр. Урау юл Бородин, Геофизиктар һәм Һынаусылар урамдары аша үтә. Урау юл дүрт һыҙатлы булыр, тип көтөлә. Әле асфальт һалыу эштәре дауам итә. Мәҫәлән, Геофизиктар урамының 95 проценты әҙер. Бында ҡала-ара автобустар өсөн туҡталыштар, яҡтылыҡ бағаналары ҡуйыласаҡ. Пугачев урамы Өфөнөң 450 йыллығына әҙер булыр, тип көтөлә. Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре башланды. Оператив кәңәшмәлә ьилдәләнеүенсә, һуғы аҙнала 37 янғын сыҡҡан. Ҡала урамдарында көслө ел сәбәпле ағас ҡолау осраҡтары йышайған. 12 машина зыян күргән, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Һуңғы аҙнала бөтәһе 197 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 22 кеше йәрәхәтләнгән, 1 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Өфөлә Пугачев урамында күләмле эш башлана
Өфөлә Пугачев урамында күләмле эш башлана