Алтмышты артылып, етмештә елдереп, һикһәндә һикереп ҡулсаға туп төшөрә киләһе репортаж геройҙары. Башҡортостандың ветеран баскетболсылары яңы турнирға әҙерләнә. Ярыш Әмир Ғосман улы Вәлитовтың юбилейына арнала. Был ағайҙар спорт залында йәш егеттәргә махы бирмәҫлек. Ҡайһы бер тиҫтерҙәре имгәнеп ҡуйыуҙан ҡурҡып һаҡ ҡына хәрәкәтләнһә, улар йомшаҡ ҡына тәгәрәп китә һәм, йәһәт кенә күтәрелеп, артабан туп артынан елдерә. 80 йәштә кемдәр тупты ошолай еңел генә бер һелтәүҙән ҡулсаға төшөрөүе менән маһая ала әле ул?!“Өфө” журналының әҙәби редакторы Әмир Ғосман улы Вәлитов баскетбол түңәрәгенә нисәнсе йылда килеүен дә, хатта ул ваҡиғаның йәкшәмбе көнө булыуын да хәтерләй. 1957 йылдың 1 сентябренән алып ул башлы-көллө ошо спорт төрөнә бирелә. Спорт менән шөғөлләнеү хәтерҙе нығыта, уның башҡа төрлө файҙаһы ла бик күп, ти ул. Дүрт тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яулаған команда форма юғалтмау өсөн аҙнаһына ике тапҡыр күнекмәләр үткәрә. Уларҙың сағыу еңеүҙәренә бихисап сит ил көйәрмәндәре шаһит булған.Меңдәрсә саҡырым юлдарҙы бергә үткән дуҫтары Әмир Ғосман улын юбилейы менән тәбрикләп бүләктәр тапшыра. Олимпия уйындарында ветерандар баскетболы буйынса Башҡортостандан тәүге чемпион Виктор Комаров иһә ҡаҙаныштары өсөн юбилярға рәхмәтле. Бүләккә Әмир Ғосман улының ярыштан фоторәсеме.Гел шаяра, гел көлә баскетболсы ағайҙар. Уларҙың йәшен тик паспорттары ғына һата ала. Ә үҙҙәре һынатмаҫтан ярыштарға әҙерләнә, командаға килгән яңы спортсыларға тәжрибә тапшыра, йәштәргә өлгө бирә.
Башҡортостандың ветеран баскетболсылары яңы турнирға әҙерләнә
Башҡортостандың ветеран баскетболсылары яңы турнирға әҙерләнә.