Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. «Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусыларҙың статусын таныу маҡсатында 2023 йылда Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыу тураһында ҡарар сығарам», — тиелә документта. Президент шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә өс ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға һәм төп саралар планын әҙерләп раҫларға ҡушты. Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Байрам 8 июлдә билдәләнә.
Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы үткәреләсәк
Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы үткәреләсәк