Республика халҡын 1 сентябрҙән ҡағышлы үҙгәрештәр көтә

Республика халҡын 1 сентябрҙән ҡағышлы үҙгәрештәр көтә

Республика халҡын 1 сентябрҙән коммуналь түләүҙәргә ҡағышлы үҙгәрештәр көтә. Дөйөм йорт мәнфәғәте өсөн хаҡ электр утын, эҫе һәм һалҡын һыуҙы ҡулланылған күләменән сығып иҫәпләнәсәк. Яңы ҡағиҙәләр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Көҙ етеү менән тәбиғәт кенә түгел, ә закондар теҙмәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә. 1 сентябрҙән дөйөм йорт мәнфәғәте өсөн раҫланған нормативтар буйынса түгел, ә ҡулланылған коммуналь хеҙмәттәрҙең күләме буйынса түләнәсәк. Күп кенә милекселәр иҫәп приборҙарын тикшертеп, яңыға алмаштыра башлаған да инде.Сентябрь башынан дөйөм йорт милкен ҡарауға тик милекселәр яуаплы. Тимәк, коммуналь ресурстарҙы файҙаланыу нормативтарынан ашҡан сумма тулыһынса ҡулланыусылар тарафынан түләнәсәк. Әммә белгестәр әйтеүенсә, бынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Йортта даими ремонт үткәрелеп, коммуналь ресурстар һаҡсыл тотонолһа, был үҙгәрештәр, киреһенсә, аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирә.Ошондай ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һиҙелерлек файҙа килтерҙе, ти Өфөнөң был күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр. Коммуналь авария ваҡытында, автоматлаштырылған иҫәпләү ҡоролмаһы һыу өсөн юғары түләүҙәрҙе кисектерергә ярҙам иткән. Яңы ҡанун 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инә, быға тиклем күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең әҙерләнергә ваҡыттары бар.Закон буйынса, милекселәрҙең дөйөм йорт һәм фатирҙарҙағы электр иҫәпләү ҡоролмаларын бушлай алмаштырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн «Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы»на мөрәжәғәт итер кәрәк. Бынан тыш, башҡа ҡатмарлыҡтар ҙа бар, ти белгестәр.Үҙгәрештәр көсөргәнешһеҙ үтһен өсөн белгестәр бер-нисә кәңәш бирә: беренсенән, йорт өсөн яуаплы вәкилде һайларға, икенсенән уға барлыҡ иҫәпләү ҡоролмаларын ҡарауға рөхсәт бирергә кәрәк. Ошо приборҙарҙың күрһәткестәрен киң йәмәғәтселеккә баҫтырып сығарыу ҙа талап ителә.