15 июлдән Өфөнөң көнъяғындағы төп транспорт артерияларының береһе ремонтҡа ябыла. Пугачев урамын киңәйтеү эштәре ике йыл дауам итәсәк. Автомобилдәр өсөн әле ваҡытлыса урау юл төҙөү дауам итә. Урында эшселәр ике сменала эшләй, бөтәһе утыҙ берәмек техника йәлеп ителгән. Тиҙҙән Пугачев урамы реконструкцияға ябыла, шуға күрә урау юлды төҙөү эштәре дауам итә. Ваҡыт әҙ ҡалды, шулай ҙа яңы юл билдәләнгән көнгә әҙер буласаҡ, тип ышандыра төҙөүселәр.Урау юл Бородин, Геофизиктар һәм Һынаусылар урамдары аша һалына. Водителдәргә 3 километр юлды артыҡ үтергә тура киләсәк. Урау юлдың оҙонлоғо ике километрҙан ашыу. Бында ҡала-ара автобустары өсөн туҡталыштар ҙа ҡуйыласаҡ. Ғөмүмән Пугачев урамында һәр ваҡыт тығын барлыҡҡа килә. Ул киңәйтелгәндән һуң, был мәсьәлә хәл ителер, тип көтөлә. Урам "Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһы" транспорт проекты сиктәрендә ремонтлана. Пугачев урамы ике йылға ябыла. Төҙөкләндереү эштәре Өфөнөң 450 йыллығына тамамланыр, тип көтөлә.Пугачев урамының бер өлөшө 15 июлдә ябылып ремонт эштәре башланасаҡ. Юл хәрәкәтендә үҙгәрештәр килеп сығыу сәбәпле водителдәргә кәрәкле урындарына барыр өсөн ваҡытты алдан хәстәрләргә һәс сабыр булырға кәңәш ителә.
15 июлдән төп транспорт артерияларының береһе ремонтҡа ябыла
15 июлдән төп транспорт артерияларының береһе ремонтҡа ябыла.