РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған төйәге Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамы үтте. Байрам атаҡлы ҡурайсының туғандарын, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарын, тарихсыларҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йыйҙы. Сара сиктәрендә данлыҡлы Таштүре ҡаяһында ҡурайға һәйкәл асылды. Башҡорт халҡының гимны авторы, атаҡлы ҡурайсы-композитор Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған төйәге, Иҫке Яҡуп ауылы республика район-ҡалаларында, илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Иҫке Яҡуп ауылы халҡы ҡунаҡтарҙы йыр-моң, мул табын менән ҡаршылай. Һәр ихатала ҡул эштәренән торған күргәҙмә һәм уның шәжәрәһе менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов нәҫеле лә бөгөнгө байрамға етди әҙерләнгән.Буранбай Дилмөхәмәтов Иҫке Яҡуп ауылында йәшәй һәм данлыҡлы Дилмөхәмәтовтар нәҫелен дауам итеүсе. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең тарихы, тырыш халҡы һәм талантлы кешеләре менән дан тота, ти ул. Дилмөхәмәтовтар ғаиләһендә үткән бер байрам да ҡурайһыҙ үтмәй. Байрамдың тағы ла бер мәртәбәле ваҡиғаһы – ул Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Таштүре ҡаяһында ҡурайға һәйкәл асыу булды. Үҙенсәлекле һәйкәл республика ҡурайсылары һәм ауыл халҡы ярҙамы менән ҡуйылған. Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов билдәләүенсә, мәшһүр ҡурайсының тыуған ерендә асылған һәйкәл киләсәктә ҡурайға асыласаҡ һәйкәлдәрҙең тәүгеһе генә.Һаҡмар менән Йылайыр йылғалары ҡушылған урында һәр кем илһам, көс, дәрт алып ҡайта. Ә Таштүре ҡаяһына менеп башҡорт халыҡ йырҙарын йырлау инде күптән оло йолаға әүрелгән. Был көндә байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты. Иҫке Яҡупта тыуып үҫкән ауылдаштар, йәнә бала саҡҡа ҡайтҡандай хис итә. Ауылдың һәр урамы, һәр йорто төрлө хәтирәләргә бәйле, ти улар.Тарихсылар фаразлауынса, Иҫке Яҡуп ауылына 1842-1850 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Ауылдың бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ул республика ғына түгел, ә тотош ил һәм донъя кимәлендә билдәле булған шәхестәр үҫтерә. Был байрам да йәнә ауылдың тарихы, халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәре, милли аш-һыуы, йолалары менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Һаҡмар йылғаһы ҡосағында урынлашҡан ауыл ысынлапта үҙенең талантлы, тырыш, ҡунаҡсыл халҡы менән ҡыуандыра. Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе бергә туплаған, туғанлыҡты яңыртҡан байрам килгән һәр ҡунаҡтың күңелендә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырҙы.
Һаумыһығыҙ ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ ауылдаштар!