Яратҡан ҡомар берләштерә

Яратҡан ҡомар берләштерә

Кушнаренко районында Ағиҙел ярында социаль селтәрҙәрҙә “Башҡортостан балыҡсыһы” тип исемләнгән төркөмдә ҡатнашыусылар фидер менән балыҡ тотоу буйынса фестивалгә йыйылды. Сарала кесеһенән алып олоһона тиклем йөҙ иллегә яҡын кеше ҡатнашты. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова ла балыҡ тотоу серҙәренә төшөнөп ҡайтты.Ҡайһы бер кешеләр өсөн яратҡан шөғөлө төп эшенә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк. Данил Шәйнуров шундайҙар иҫәбендә. Үҙемде белгәндән бирле балыҡ тотам, ти ул. Балыҡ ҡармаҡларға йөрөмәгән аҙнаһы юҡ. Фестивалгә ул Илеш районынан уҡ килеп еткән. Кушнаренко районында Ағиҙел яры буйында Данил кеүек үҙ шөғөләнө мөкиббән китеүселәр бихисап. Барыһы ла Башҡортостан балыҡсыһы тип аталған Һәүәҫкәр клуб ағзаһы. Социль селтәрҙәге был төркөм 2009 йылдан алып әүҙем эшләп килә. Уға нигеҙ һалыусы Александр Володин йәнле аралашыу яҡлы. Шуға ла йылына бер нисә тапҡыр балыҡсылар өсөн ошондай байрам ойоштора. Был йолаға әүерелгән мауыҡтырғыс сара йылдан-йыл күберәк кешене үҙенә йәлеп итә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Илеш — Республиканың төрлө мөйөштәренән бөтәһе 132 кеше фидер менән балыҡ тотоуҙа үҙ көсөн һанап ҡараны. Балыҡ ҡап-ҡап, яр буйына сығып ят-ят, тип һамаҡлау ғына етмәҫ. Фидер менән балыҡ тотоуҙың үҙ нескәлектәре . Салауат ағай, балыҡ тотоуҙың ошо ысулы нимәгә ҡоролған.Фидер менән балыҡ тотоу еңелдән түгел. Был ысул түҙемлеләр өсөн генә, ти фестивалдә ҡатнашыусылар. Былыҡты бер урынға ылыҡтырыу өсөн бары тик ем кәрәк. Балыҡсылар балыҡтың нимә яратҡанын яҡшы белә, шуға ла тағараҡты төрлө тәмлекәстр менән емләй. Ярыш шарттары буйынса балыҡсыларға балыҡ тотоуға 5 сәғәт ваҡыт бирелде. Шулай ҙа балыҡ, уның күләме төп маҡсат түгел. Күптәр мәшәҡәттәрҙән арынып, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, тәжрибәле балыҡсылар менән аралашырға килгән. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында балаларҙың күп булыуы ла ҡыуаныслы. Был шөғөлгә һөйөүҙе кескәй саҡтан уҡ тәбриәләү мөһим, тигән фекерҙә тәжрибәле балыҡсылар.Сос балыҡсылар отҡорлоҡта һынашҡан арала, ҡаҙанда тәмле аштар бешә торҙо. Ашнаҡсы Ришат .....бындай сараларҙы ҡалдырғаны юҡ. Балыҡсыларҙы ашатыу изге эш, тип был бурысты һәр саҡ үҙ өҫтөнә ала. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш һәр балыҡсының күңелендә. Ҡатнашыусылар тәбиғәт яҡлы икәндәрен йәнә берҙе иҫбатланы, тотҡан балыҡтарын кире һауға ебәрҙе улар. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Өс көнлөк фестиваль оло байрамға әйләнде. Йылғаны емләп балыҡсылар балыҡтарға ла байрам ойошторҙо.