Цифралы телевышкалар республика буйынса 216 урында төҙөләсәк. Федераль программаға ярашлы, 2018 йылға тиклем Башҡортостан халҡының 95 проценты түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителергә тейеш. Әлеге ваҡытта 22 вышка ҡулланыуға тапшырылған. Беҙҙең хәбәрселәр шуларҙың береһе – Бөрө вышкаһының сигналдар тапшырыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды.
Бөрө ҡалаһы янындағы цифралы телевизион станция былтыр 6 ноябрҙә эшләй башлағайны. Әле ул теле һәм радио сигналдарҙы райондың 90 процентына — яҡынса 60-62 биләмәгә тапшыра..
Вышка өсөн урын 30-40 саҡырым радиуста сигналдарға бер ҡаршылыҡ та тыуҙырмаған бейеклеклектә һайланған Ҡоролмалар барыһы ла үҙаллы эшләй, белгестәргә уларҙың торошон күҙәтергә генә ҡала.
Бөрө һәм Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре “Соколенок” лагерында ял итә. Ҡойма ямғырҙар яуғанда ҡыҙ-малайҙар ҡул эштәре, пластилин әүәләү, сканвордтар сисеү, һүрәт төшөрөү менән мәшғүл. Теләктәр таҡтаһына яҙылған яҙыуҙың бер нисә минуттан бойомға ашырын уйлап та бирмәй улар.
Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре эшләй башлауға август айында — 15 йыл. Ошо уңайҙан компанияның төбәк филиалынан Бөрө балалар йортона бүләккә — һанлы приставка. Башҡа 90 процент бөрөлөләр менән бер рәттән был ҡыҙ һәм малайҙар ҙа хәҙер 10 телеканалдың, 3 радиостанцияның тапшырыуҙарын юғары сифатта ҡарау һәм ишетеү мөмкинлегенә эйә.
75 метр бейеклектәге панелле тапшырыу антеннаһы федераль сигналдарҙы һәр йорттағы ҡабул итеү антенналарына тарата, артабан сигнал ДВБ-Т2 приставкаһы аша цифрлы форматҡа үҙгәртелеп телевизорға йүнәлтелә. Тәүге кадрҙарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәткән балаларҙың быға тиклем лагерҙа телевизор ҡарау мөмкинлеге бөтөнләй булмаған.
Ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың араһында тыумыштан ишетмәгән һәм һөйләшмәгәндәр ҙә бар. Тик һүрәткә, күренешкә ҡарап тормошто төшөнгән бындай балаларға телевидение — мәғлүмәт алыуҙың төп сығанаҡтарының береһе. Тап улар өсөн Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре төбәк филиалының бүләге ҙур әһәмиәткә эйә.