Башҡортостан Рәсәй һәм Беларусь субьекттарының туғыҙынсы форумында ҡатнашты. Унынсы, юбилей сараларын иһә Өфө киләһе йыл ҡаршылай. Белорусиялағы Гродноның 900 йыллыҡ тарихы бар. Ике ил төбәктәренең форумын ойоштороу, уҙғарыу хоҡуғы ла тап ошо ҡалаға бирелде. Быға тиклем форум сик буйы субьекттарын ғына туплаһа, был юлы Буганан Тымыҡ океанға тиклем арауыҡ вәкилдәре аралашты. Туғандаш Белорусия һәм Башҡортостанды хеҙмәттәшлектең тығыҙ ептәре бәйләй. Ике республика араһындағы тауар әйләнешен 4 тапҡырға үҫтереп, алыш-биреш күләмен йылына 2 миллиард долларға еткереү. Радий Хәбиров амбициоз маҡсаттар барлығын йәшермәй. Быйылғы осрашыуҙарҙың төп нигеҙе — интеграция шарттарында төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү. Рәсәй Президенты Владимир Путин, Белорусия башлығы Александр Лукашенко видеомөрәжәғәттә форумдың әһәмиәтен айырым әһәмиәтле булыуын әйтә. Бөгөн яңы саҡырыу һәм импортты алыштырыуҙа яңы юлдарҙы барлау айырым мөһим. Рәсәй һәм Белорусь төбәктәренең юбилей – унынсы форумын Башҡортостан ҡаршылай. Көнәркәшлек шарттарында барған ярышта Өфө һайлап алынды. Әлегә тәүге һөҙөмтәләрҙе атап була. Осрашыуҙар барышында Рәсәй һумдары менән 65, шулай уҡ Белорусия аҡсаһы менән иҫәпләгәндә тағы 2, 5 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөлдө.
Рәсәй һәм Беларусь субьекттарының туғыҙынсы форумы йомғаҡтары
Рәсәй һәм Беларусь субьекттарының туғыҙынсы форумы йомғаҡтары