Екатеринбургта республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы 2010 йылдан уҙғарылып килгән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашты. Күргәҙмәлә, башлыса, донъяның төрлө илдәренән профессиональ һатып алыусылар, сәнәғәттә яңы продукция һәм технологиялар индереү тураһында ҡарар ҡабул итеүсе белгестәр ҡатнашты. Башҡортостан күргәҙмәлә тәүге тапҡыр «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә республика стенды менән таныштырҙы. «Иннопром» барышында төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтарының презентацияһы ла үтте. Күргәҙмәлә етештереүҙе автоматлаштырыу, заманса материалдар һәм башҡа өҫтөнлөклө йүнәлештәр өлкәһендәге мөһим эшләнмәләр күрһәтелде. «Иннопром»да донъяның 25 иленән делегациялар, тәүге тапҡыр Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының 2021 йылда Көньяҡ тау-металлургия комплексына берләштерелгән ете металлургия һәм кокс-химия предприятиеһы вәкилдәре ҡатнашты. Күргәҙмәлә Рәсәй төбәктәре араһында сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтиггында Башҡортостандың беренсе урын яулауы тураһында иғлан ителде.
Сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу рейтиггында Башҡортостан беренсе урын яуланы
Сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу рейтиггында Башҡортостан беренсе урын яуланы