Башҡортостан тарихын өйрәнеп

Башҡортостан тарихын өйрәнеп

Өфөлә Донбасстан ата-әсәһе менән мәжбүри күсенеп килгән мәктәп балалары өсөн ҙур экскурсия уҙғарылды. Улар республиканың милли музейында макет, экспонттарҙы күрә алды, Өфө планетарийында булды.. Донбасстан ата-әсәһе менән мәжбүри күсенеп килеүсе мәктәп балалары Башҡортостан менән яҡындан таныша. Үҫмерҙәрҙең һәр береһе хәтерҙә мәңге уйылып ҡалырлыҡ ауыр мәлдәрҙе кисергән. 12 йәшлек Викторя Кучероваға, мәҫәлән, 30 көн ата-әсәһе менән подвалдә йәшәргә тура килә. Украин милләтселәренең ябай халыҡҡа тоҫҡап тиерлек атыуынан шулай ҡотола инек, ти йәш ҡыҙ. Бәхеткә, ғаиләне ҡотҡарып өлгөрәләр. Әле Викторияның ғәмеренә хәүеф янамай, Стәрлетамаҡтағы шифаханаларҙың береһендә ваҡытлыса йәшәй. Ун йәшлек Назар Лукьянов ата-әсәһе һәм һеңлеһе менән Луганск Халыҡ Республикаһынан күсенеп килгән. Әлбиттә, балаларға яңы урында өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Башҡортостанда бер ай ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, үҙенә дуҫтар ҙа табып өлгөргән ул. Мәжбүри күсенеп килгән балалар мәктәп программаһын дауам итеүҙән тыш, республикалағы үҙенсәлекле урындар, данлыҡлы кешеләре менән таныша, тарихын өйрәнә. Республиканың Милли музейында улар төрлө экспонаттарҙы-Шүлгәнташ мәмерйәһе макетын, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов экспозицияларын, милли кейемдәрҙе яҡындан күрҙе.Милли музейҙан тыш, балалар Өфө планетарийында ла булды. Ошонда уҡ улар йәнһүрәт ҡараны. Бындай экскурсиялар белем генә биреп ҡалмай, ә бала-саҡҡа кире әйләнеп ҡайтырға, күсенеп килгәндәр өсөн иһә ауыр михнәттәрҙе оноторға мөмкинселек бирә, ти ойоштороусылар. Донбасстан күсенеп килгән балалар Өфө буйлап та сәйәхәт итә алды. Быға оҡшаш экскурсиялар йәнә ойошторолор, тип көтөлә.