Граната картуф түгел

Граната картуф түгел

Росгвардия хеҙмәткәрҙәре Өфө янындағы полигондарҙың береһендә яраҡлыҡ ваҡыты үткән шартлатҡыс матдәләрҙе юҡ итте. Саперҙар билдәләүенсә, бындай эштәр йыш үткәрелә һәм унда беренсе тапҡыр беҙҙең хәбәрселәргә лә ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Цинк һауыттарҙа 30 йыл элек етештерелгән гранаталарҙың тоҡандырғастары һаҡлана. Һәр тауарҙың да яраҡлыҡ осоро бар, ти хәрбиҙәр. Махсус экспертизанан һуң уларҙы утилләштерергә ҡарар ителә. Ҡағиҙәгә ярашлы, саперҙар уны ситкә сығарып шартлатырға тейеш. Шартлаусы матдәләр өс төргә бүленә. Өсөнсөһө иң хәүефлеһе. Ғәҙәттә, белгестәр уларҙы урында уҡ юҡ итә. Ә беренсе-икенселәре иһә махсус урындарҙа – полигондарҙа шартлатыла. Тәжрибәнән күренеүенсә, урамда йә булмаһа баҡсала тапҡан осраҡтар ҙа теркәлә. Мәҫәлән, республика райондарының береһендә, ҡатын үҙ баҡсаһында граната тапҡан. Тик белгестәргә мөрәжәғәт итер алдынан ул уны йыуып таҙартырға була. Бәхеткә табылған гранатаның запалы булмай. Шикле әйбер табылған осраҡта уға тейеү, күтәреү, урынынан шылдырыу ҡәтғи тыйыла. Шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығына “Ҡорал тапшыр ҙа аҡса ал” акцияһы сиктәрендә табылған ҡорал йә башҡа һалҡын ҡорал тапшырырға мөмкин. Законһыҙ һаҡланған ҡоралды ирекле тапшырған кешеләргә яуаплылыҡ ҡаралмаған.