Рус классиктарының әҫәре – Чайковскийҙың “Евгений Онегин” операһы 20 йылдан һуң йәнә башҡорт сәхнәһендә. Әҫәр театрҙа 8-се тапҡыр ҡуйыла. Романтика, баллдар – Рәсәйҙә мәҙәниәттең һәм сәнғәттең сәскә атҡан мәле. Операның тәүге минуттары уҡ тамашасыларҙы 19-сы быуатҡа алып китә.Декорация менән костюмдар Петр Ильич Чайковскийҙың арбағыс көйөнә тап килеп кенә тора. Спектакль өсөн театр цехтарында өсйөҙләп кейем һәм шул уҡ иҫәптә аяҡ кейеме тегелгән.Спектакль Санкт-Петербург парфюмерын хатта илһамландырған. Ул “Евгений Онегин” исемле хушбуй уйлап тапҡан. Операны сәхнәгә Ләйсән Сәфәрғолова сығарҙы. Был уның тәүге режиссерлыҡ эше. Башта ҡурҡытты, тип уртаҡлашты Ләйсән. Аҙаҡ, ҡурҡыуҙы еңеп, ҡомарланып ижадҡа бирелдек, ти ул.Опера өҫтөндә эш 2020 йылда уҡ башланғайны. Ул ваҡытта геройҙарҙың партияларын концерт формаһында сығарҙылар. Ниһайәт тамашасылар спектаклде бөтәүләй күрә ала. “Евгений Онегин” менән театр артистары бөгөн йәнә сәхнәгә сыға һәм 84-се ижад миҙгелен ябып, яңы миҙгелгә әҙерлек башлай.Александр Пушкиндың шиғри романын тәүге тапҡыр 1879 йылда Мәскәүҙең Кесе театрында ҡуялар. Рәсәй, сит илдең бихисап режиссерҙары “Евгений Онегин”ды үҙ күҙлегенән сығып сәхнәләштерҙе. Тормошсан ваҡиғалар тураһында булыуы әҫәрҙең көнүҙәклеген һаҡлай.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера