Сүп-сарҙы кем сығарыр?

Сүп-сарҙы кем сығарыр?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу һәм үтилләштереү менән шөғөлләнгән Дүртөйлө предприятиеһын тәнҡитләп сыҡты. Бер-нисә ауылда һәм Нефтекама ҡалаһында төбәк операторы үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡармаған. Халыҡ тулып ятҡан контейнерҙар менән фото төшөрөп һалған. Был мәғлүмәт Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар идаралығына барып еткән. Быға тиклем Башҡортостан башлығы төбәк операторҙарына бер-нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп, сүп-сар сығарыуға яуаплы ҡарарға саҡырғайны. Радий Хәбиров илке-һалҡы эшләгән предприятиелар менән килешеүҙе оҙайтмаясағы тураһында ла иҫкәртте. Республика етәксеһе үҙ һүҙендә торҙо һәм был юлы Дүртөйлөләге ойошмаға шелтә эләкте. Башҡортостан икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса ил төбәктәре рейтингында беренсе урында. Был турала Екатеринбург ҡалаһында үткән Иннопром халыҡ-ара күргәҙмәһендә иғлан ителде. Ике йыл рәттән бындай һөҙөмтәгә ирешеү, республикала башҡарылған системалы эш һөҙөмтәһе, тигән ҡараш белдерҙе Радий Хәбиров. Төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, республикала сәнәғәт йылдам үҫешә. 2022 йылдың тәүге 5 айында тармаҡта 6 процент ярым самаһы үҫеш күҙәтелгән. Был һандар уртаса Рәсәй күрһәткестәренән күпкә юғары. Башҡортостан тағы бер ҡаҙаныш менән маҡтана ала. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү һәм тәьмин итеү Федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостан Волга буйы федераль округында Рәсәйҙең Ғилем министрлығы раҫлаған объекттар һаны буйынса лидер булып тора. Ошо турала республиканың Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов белдерҙе. Башҡортостан Татарстан, Сыуаш республикаларын һәм Ырымбур өлкәһен үтеп китеп, икенсе урын яулаған. Башҡортостан Рәсәй һәм Беларусь субьекттарының туғыҙынсы форумында ҡатнашты. Унынсы, юбилей сараларын иһә Өфө киләһе йыл ҡаршылаясаҡ. Радий Хәбиров форумға әҙерлекте бөгөндән башларға ҡушты. Йәйен санаңды, ҡышын арбаңды әҙерлә тигән мәҡәлдән сығып эш итә хөкүмәт ағзалары. Көҙгә ҡарай коронавирус менән хәл ҡатмарлашыуы ихтимал, тип белдерә Роспотребнадзор белгестәре. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡайһы бер илдәрҙә ауырыусылар һаны арта башлаған да инде. Шуға күрә халыҡты ҡабаттан вакцинациялау мәсьәләһе тора. Коронавирусҡа ҡаршы бихисап саралар ғәмәлдән сығарылды. Ә бына сит илдән килеүселәр мотлаҡ ПЦР-тест бирергә һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошо турала документты теркәргә тейеш. Йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балаларын күрергә теләгән ата-әсәләргә лә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тура киләсәк. Республика башлығы Башҡортостанға эшкә ҡайтыу менән Ағиҙел йылға пароходсылығын тергеҙеү теләген белдергәйне. Радий Хәбиров үҙ вәғәҙәләрен үтәй. Яҙҙан алып Өфө янында ҙур судноларҙы һәм үҙебеҙҙең пароходтарҙы күрергә мөмкин. Рәсәй Президенты 8-се июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн уҙғарыу тураһында Указ булдырҙы. Был датаға арналған республика саралары Бөрөлә үтәсәк. Радий Хәбиров фестивалгә үҙе лә киләсәк һәм уға етди әҙерләнергә ҡушты. Бында йәрминкә, гастрономия байрамы, концерт, уйындар һәм ярыштар ҡаралған. Хөкүмәт ағзалары ҡышҡылыҡҡа әҙерлек, техника, юлдар торошо, йылға-күл буйҙарында хәүефһеҙлек, биләмәләрҙе талпанға ҡаршы эшкәртеү мәсьәләһен дә тикшерҙе.