Өфөлә “Ангел” системаһы эшләй башланы. Комиссия ағзалары йәшелләндерелгән биләмәләргә ҡалдырылып киткән машинаның Дәүләт номерҙарын планшетҡа фотоға төшөрә, водитель бер нисә көн эсендә хат ала. Яңы система эште күпкә тиҙерәк башҡарырға ярҙам итә. Ҡала халҡының быға ҡарашы нисек? Тәүҙә ҡарағанда был ябай планшетҡа оҡшаған. Әммә тап ошо техника ярҙамында райондарҙың административ комиссиялары ағзалары газнға ҡалдырып киткән машина хужаларын теркәп бара. Система “Ангел” тип атала. Закон боҙоусының автомобиле планшетҡа теркәлгәндән һуң, Дәүләт автоинспекцияһы программаға килгән мәғлүмәт буйынса водителгә хат ебәрә. Водитель машинаһын был урындан тиҙерәк алып китергә ашыҡты, әммә штрафтан ул ҡотола алмай. Ғөмүмән, йәшелләндерелгән урынға тимер аттарын ҡуйып китеүселәр бихисап. Был, әлбиттә, баш ҡала йәмен боҙа, машина ҡуйылған урында үлән оҙаҡ үҫмәй. Ошо арауыҡта Өфөнөң Ленин районында ғына иллеләгән ҡағиҙә боҙоусы теркәлгән. Махсус комиссиянан һуң бер аҙна тирәһендә уларға штраф киләсәк. Штраф күләме төрлөсә. Газонға машинаһын ҡалдырып китеүсе граждандар – мең һумдан ике меңгә, вазифалы кешеләр – биш меңдән 10 меңгә, юридик шәхестәр – 20 меңдән 30 мең һумға тиклем штраф түләргә бурыслы. Әлбиттә, күптәр автомобилде ҡуйыу урыны юҡ, тип борсола. Был проблема ла баш ҡалала юҡ түгел. Әммә законды боҙорға ярамай, ти комиссия вәкилдәре. “Ангел” системаһы Воронеж, Казанда ла эшләп килә. Өфө халҡының күбеһе яңы системаны хуплай.Яңы система комиссия ағзаларының эшен күпкә еңеләйтә. Планшет баш ҡаланың һәр райондың административ комиссияһында бар. Улар көн һайын ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәп бара. Тик шулай ҙа, Өфөлә автомобиль ҡуйыу урындарын күбәйтеү — мәсьәләне ыңғай хәл итер ине, тип ҡала халҡы.
“Фәрештәләр” штраф һала башланы
“Фәрештәләр” штраф һала башланы