Тарифтар буйынса дәүләт комитеты үҙ ҡарары менән халыҡҡа газ өсөн хаҡ билдәләне

Тарифтар буйынса дәүләт комитеты үҙ ҡарары менән халыҡҡа газ өсөн хаҡ билдәләне

Был мәғлүмәт Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. 1 июлдән аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн файҙаланылған газдың бер кубометры — 7,87 һум, күп фатирлы йорттарҙы йылытыу өсөн ҡулланылған шул уҡ күләмдең хаҡы иһә 6 мең һум самаһы. Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, тариф 3 процентҡа артҡан.