Был етди операцияны эшләтер өсөн пациент 6 тапҡыр ашығыс рәүештә Өфөгә килергә мәжбүр булған. Тик етенсе тапҡырына ғына тура килерҙәй донор ағзаһы табылған. Башҡортостанда трансплантология йүңәлеше нисек эшләй? Донорлыҡ ағзалар яңы хужаһына эләккәнгә тиклем ниндәй юл үтә. Теманы хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова лауам итә.Люциә Альберт ҡыҙы был көндө бер–нисә йыл көткән. Бауыры менән проблемалар барлығын ҡатын диспансеризация үткәндә осраҡлы ғына белеп ҡалған. Быға тиклем ул бер нисек тә үҙен һиҙҙертмәгән. Диагноз-цирроз. Мотлаҡ донор бауыры кәрәк. Республикала Люциә кеүек донор ағзаһы көткән кешеләр күп. Сиратта 156 пациент. Йыл башынан алып ҡына Өфө хирургтары 20 бөйөр, 7 бауыр һәм 3 йөрәк күсереп ултыртҡан. Трансплантация үткән кешеләрҙең ғүмере табиптарҙың етди күҙәтеүенә алына. Иң талымлы донор – бөйөр. Ул ят организмға ауыр ерегә, ти белгестәр. Бауырҙы күсереп ултыртыуы ҡатмарлы, әммә, операция уңышлы үткән осраҡта, был ағза яңы хужаһына тиҙ өйрәнә. Бер донорҙың ағзалары бер нисә кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Республикала бөтәһе 13 донор базаһы эшләй. Трансплантологтар бригадаһы донор ағза барлығын белеү менән тейешле урынға юллана.Ағзаларҙы һаҡлау ваҡыты бик ҡыҫҡа. Бауыр 10 сәғәт, бөйөр тәүлек эсендә күсерелеп ултыртылырға тейеш. Ни тиклем тиҙерәк, шул тиклем хәйерлерәк, ти табиптар.Донор ағзаларының яңы организмға яраҡлашыуы, трансплантат менән ғүмер оҙайлығы буйынса Өфө трансплантологтары Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Европа илдәре араһында иң яҡшылар рәтендә. Башҡортостан транплантологияһы 26 йыл эшмәкәрлек эсендә юғары күрһәткестәргә ирешә алған. Донор ағзалары булған кешеләр ҡәҙимге тормош менән йәшәй, эшләй, әсә булыу бәхетенә лә ирешә.
Өфө хирургтары Туймазыла йәшәүсе ҡатынға бауыр күсереп ултыртты
Өфө хирургтары Туймазыла йәшәүсе ҡатынға бауыр күсереп ултыртты