Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә перинаталь үҙәк төҙөлөшө менән танышты. Төбәк етәксеһе заманса медицина учрежденияһын ҡарап сыҡҡандан һуң, етешһеҙлектәрҙе яҡын арала кисектереү бурысын ҡуйҙы. Төҙөлөш эштәре тулыһынса тиерлек тамамланған. Әле кәрәкле ҡоролмалар ҡайтарыу һәм объектты сафҡа индереү мәсьәләһе тора. Яңы дауахананың майҙаны 24 мең квадрат метр. Бында бала табырға теләгән әсәләрҙе консультациялауҙан алып, эко, баланың ҡарында үҫешен, бала табыу һәм ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләүгә тиклем бөтә хеҙмәттәр ҡаралған. Перинаталь үҙәктә бер юлы 130 ҡатын-ҡыҙ дауалау үтә ала. Артабан Рөстәм Хәмитов юл аша урынлашҡан Өфөнөң дүртенсе һанлы балалар табыу йортон ҡараны. Рәсәйҙәге иң эре өс медицина учрежденияһының береһендә йылына 8 мең бала донъяға килә. Әммә үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бина замана талаптарына яуап бирмәй һәм майҙандар етешмәй. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне лә хәл итеү юлдарын барларға вәғәҙә бирҙе.
Халыҡ өсөн, тимәк сифатлы булырға тейеш
Тулыраҡ: Халыҡ өсөн, тимәк сифатлы булырға тейеш