Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Француз белгестәре 19 май Урта диңгеҙҙә һәләкәткә осраған EgyptAir аэробусының “ҡара йәшниген” тергеҙгәндәр. Унда осош тураһында мәғлүмәттәр һаҡланғаны асыҡланған. Хәтер картаһын Франциянан Мысырға ҡайтарғас ҡына, мәғлүмәт алынасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Париждан Ҡаһирәгә осҡан самолетта 66 пассажир һәм экипаж ағзалары һәләк булғайны.

Америкала серәкәйҙәргә ҡаршы ау уйлап тапҡандар. Микропроцессорҙар ярҙамында эшләнгән ҡоролма Зика вирусы йоғоуынан да һаҡлай. Шулай уҡ, ауҙа урынлаштырылған датчиктар ниндәй патогендар инфекцияның таралыуына килтереүен асыҡлап, артабан уға ҡаршы вакцина уйлап табырға ярҙам итәсәк. Бөгөн Зика вирусы донъяның 39 илендә таралған.

Суп-сарҙан сәнғәт әйберҙәре. Кениялағы бер төркөм волонтерҙар океан ярынан балыҡтарға үлемес менән янаған пластик ҡалдыҡтарын, полиэтилен пакеттарҙы, кешеләрҙән ҡалған аяҡ кейемдәрен йыя. Аҙаҡ был сүп-сарға оҫталар йән өрә. Улар көндәлек тормошта ҡулланышҡа ингән кәрәк-яраҡтарға, һындарға, уйынсыҡтарға әүерелә. Үҙенсәлекле сәнғәт әйберҙәрен хатта Америка, Британия, Германия һәм башҡа илдәргә һатыуға оҙатыла.