Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 80 йыл

Тулыраҡ: Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 80 йыл

Ошо дәүерҙә ул ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәгән — хеҙмәткәрҙәр формаһы, йыһаздар, ойошманың атамалары. Әммә юл һәм хәрәкәт менән бәйле һәр кем өсөн ул иң яҡшы таныш хеҙмәт булып ҡала. Көн һайын ошо урында инспекторҙар енәйәтселәр һәм урланған автомобилдәр тураһында белешмә алып билдәләнгән маршрутҡа сыға. Нарядтың һәр сығышы хәүеф менән сиктәш һәм тәүәккәллек менән бәйле, ғәҙәттән тыш хәл осрағында ҡорал ҡулланырға тура килеүе бар. 2015 йылдың апрелендә шикле егеттәрҙе тап автоинспекторҙар туҡтата. Күмертауҙа бер нисә кеше үлтергән тәкәббер енәйәтселәр көпә-көндөҙ юлға сыҡҡанда үҙҙәрен юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре тотор, тип уйламаған да. Үҙ эшен фиҙаҡәр башҡарған хеҙмәткәрҙәр иһә республикалағы бар ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар. Юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кемгә иһә иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡарашта.

Республика юлдарында 263 автоинспектор тәүлек әйләнәһенә хәрәкәт хәүефһеҙлеге һағында тора. Илфат Сәлимов юл-патруль хеҙмәтендә 13 йыл. Ошо арауыҡта өс тапҡыр Башҡортостандың иң яҡшы юл инспекторы дәрәжәһен ҡаҙанған. Һәләкәттәр булмауы, йәрәхәттәр теркәлмәүе һәм кешеләрҙең иҫән ҡалыуы беҙҙең уңышлы эш күрһәткесе, ти юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы. Итәғәтле, ғәҙел, мөләйем инспектор юлдағыларҙың ихтирамын яулай. Хәйер, хәҙерге заман үҙе кешеләрҙән юғары белем талап итә.

Юлдағылар йылдан-йыл тәрбиәлерәк, ти ЮХХ инспекторҙары. Киң мәғлүмәт саралары, интернет ярҙамында улар ҡағиҙәләрҙең үҙгәрешен күҙәтеп, белеп, үтәп бара. Хәүефһеҙлек мәсьәләлренә ике яҡлап ихтирам булғас эшләүе лә күңелле.

Юлда ҡағиҙәләр боҙоу осраҡтарын асыҡлауҙы фото һәм видео теркәү ҡорамалдары еңелләштерә, киң яҡлы иҫкәртеү саралары иһә юл хәрәкәтенә бәйле башҡа төрлө ойошмалар һәм ведомстволар менән берлектә башҡарыла. Әммә юл инспекторҙарының эше уның менән генә сикләнмәй. Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тырышлығы менән һуңғы айҙарҙа ғына 2200 енәйәт асыҡланған, шул иҫәптән урланған автомобилдәр табылған. 55 километр юл тикшерелеп, уларҙы төҙөкләндереү зарурлығы тураһында ҡарар сығарылған. Эске эштәр министрылығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Михаил Закомалдин билдәләүенсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы полиция хеҙмәтенең ышаныслы һәм ныҡлы терәге.

Башҡортостан автоинспекцияһының юбилейына арналған тантаналар бурысын үтәгәндә һәләк булғандар обелискына сәскәләр һалыуҙан башланды. Ветерандарға һәм балаларға айырым ихтирам бөгөн осраҡлы түгел. Өлкәндәр – әлеге хеҙмәткәрҙәр өсөн кәңәш һәм тәжрибә сығанағы, кеселәр – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең уңышлы киләсәге.

Юл патруле хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эшен кино һәм көләмәстәр дөрөҫ тасуирламай, ти ветерандар советы рәйесе Земфира ғәфүр ҡыҙы. Автоинспекторҙың төп сифаты – кешелекле булыуында.

Бурысын фиҙаҡәр башҡарған хеҙмәткәрҙәргә бөгөн юғары наградалар тапшырылды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һағында торғандарға иң изге теләктәр әйтелде. Юбилей тантаналарын байрам концерты дауам итте.