Башҡортостанда генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойошторолоп бөттө һәм уны оҙатыу тантанаһы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм командирына хәрби байраҡ тапшырҙы. Башҡортостанда ирекле отряд булдырыу башланғысы менән хәрби ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһы сыҡҡайны. Уны башҡа ветерандар, Украинала махсус операцияла ҡатнашырға теләгәндәр, ирекмәндәр, башҡа ойошма вәкилдәре дәррәү күтәреп алды. Батальонға үҙ теләге менән килгән һәр кеше ҡаһарман һәм өлгө булып тора. Илгә төрлө афәт-ҡайғы килгәндә беҙҙең халыҡ берләшә белә. Был юлы ла йөҙҙән ашыу ир-егет Рәсәй геройы, генерал Шайморатов исемендәге отрядта хеҙмәт итергә ҡарар иткән. Улар тәүҙә Ырымбур өлкәһендәге хәрби частә белемдәрен, оҫталыҡтарын камиллаштырасаҡ. Һуңынан Украинаға махсус хәрби операцияға оҙатыласаҡ. Барыһы ла элек хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Патриот паркына йыйылыусылар билдәләүенсә, хәҙер улар алдында бер-береһен һаҡлау, илебеҙҙе яҡлау бурысы тора.Ватан саҡырһа халҡыбыҙ һәр ваҡыт тыуған илен һаҡларға сыҡҡан. Быны тарих раҫлай, башҡорттар 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя, Бөйөк Ватан һуғыштарында алышҡан һәм әле лә илебеҙгә янаған фашизм менән көрәшкә әҙер ир-егеттәр.Батальонға республика ойошмалары төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән. Хәрбиҙәр тулыһынса бер-нисә кейем менән тәьмин ителгән. Ә шиврондарында Башҡортостан әләме төшөрөлгән. Шайморатовсыларҙың күбеһе хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, ҡыҙыу нөктәләрҙә булған. Башҡортостанда ирекле отряд ойоштороу башланғысын Оборона министрлығы ла хуплап сыҡҡан. Яугирҙар квадрокоптер, тепловизор, радиостанция һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Шайморатов исемендәге отряд хәрбиҙәре республика исеменән дә аҡса аласаҡ. Уларға бер тапҡыр 200 мең һум бирелә һәм айлыҡ пособиенан тыш, көнөнә 2 мең һум өҫтәп түләнә.Генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальон хәрбиҙәре Ырымбур өлкәһенә юлланды. Уларҙы ата-әсәләре, ҡатындары һәм яҡындары оҙатып ҡалды.Бер ай күнекмәләрҙән һуң ирекле отряд яугирҙәре Украиналағы махсус хәрби операцияға юллана. Был Башҡортостанда ойошторолған һуңғы батальон түгел, ошо көндәрҙә тағы ла берәүһе булдырыла.
Батырҙарса алышып, еңеү менән ҡайтырбыҙ!
Батырҙарса алышып, еңеү менән ҡайтырбыҙ!