Хакимиәт башлыҡтарына яңы коммуналь техника асҡыстары тапшырылды

Хакимиәт башлыҡтарына яңы коммуналь техника асҡыстары тапшырылды

Өфөлә район хакимиәте башлыҡтарына яңы коммуналь техника асҡыстары тапшырылды. Тантаналы сара “Торатау” конгресс-холлы майҙанында үтте. Төбәктәрҙә урамдарҙы, күп ҡатлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрен алып барыу өсөн Башҡортостан район һәм ҡалалары 64 коммуналь техника менән тәъмин ителде. Махсус техника асҡыстарын муниципалитет башлыҡтарына Радий Хәбиров тапшырҙы.Экскаватор-тейәгестәр, Минск трактор заводының тракторҙары, коммуналь хужалыҡтар өсөн Рәсәйҙә эшләнгән машиналар – барыһы 64 махсус техника муниципалитеттарға тапшырылды.Заманса техника торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары өсөн бик кәрәк, төбәктәрҙә улар урамдарҙы, күп ҡатлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрен алып барасаҡ.Быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар өсөн махсус техника һатып алыуға республика бюджетынан бер миллиард ярым һум аҡса бүленә. Барлығы 239 заманса машина алына, шуның 132 техникаһы Беларусь республикаһында етештерелә, ә ҡалғандары Рәсәйҙә йыйылған. Яңы заманса махсус техника республиканың 28 районына юлланды, ә бәләкәй тейәүсе машиналар Өфөлә ҡала.