Юл-транспорт фажиғәләренең өстән бер өлөшө урам сатында булған. Был турала “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов белдерҙе. Конференцияла “Расставь приоритеты” Бөтә Рәсәй социаль кампанияһына старт бирелде. Күләмле сара йәйәүлеләрҙең һәм водителдәрҙең яуаплылығын, хәүефте аңлау кимәлен арттырыу йәһәтенән үткәрелә. Унда илдең 15 төбәге ҡатнаша. Һәр бер төбәктә 130-лап сара ҡаралған. Семинарҙар, тренингтар, консультациялар, уйындар планы раҫланған. Проекттың балаларҙың каникулы мәленә тура килеүе мөһим, сөнки ҙур иғтибар уларға бүленә. Башҡортостанда был кампанияны үткәреүҙә Юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы, төбәктең транспорт министрлығы, ҡала һәм район хакимиәттәре ҡатнаша. Эш водителдәр, ата-әсәләр, студенттар, балалар менән алып барыла. Йәйәүлеләрҙе юл саттарында төрлө уйындар көтә. Юл хәрәкәтен күҙәтеү, көйләү системалары, сикләү билдәләренең булыу-булмауы ла иғтиабар үҙәгендә була.
Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә
Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә