Республикала юғары уҡыу йортарына ҡабул итеү кампанияһы дауам итә

Республикала юғары уҡыу йортарына ҡабул итеү кампанияһы дауам итә

Рәсәйҙең иң яҡшы ун аграр уҡыу йорто исемлегенә ингән Башҡорт дәүләт аграр университеты быйыл 5-10%-ҡа күберәк абитуриеттар ҡабул итергә ниәтләй. Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүсе илдең төп юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора. Ул билдәле ғилми мәктәптәргә, юғары квалификациялы уҡытыусы кадрҙарға, заманса технологик һәм мәғлүмәт базаһына эйә. Вуздарҙың йыл һайын үткәрелгән мониторингы һөҙөмтәләре буйынса университет илдең 54 ауыл хужалығы вуздары араһында иң яҡшылар иҫәбендә.Аграр университетта бөгөн 8 факультетта 70-тән ашыу төрлө йүнәлештә юғары белем алырға була. Иң популяр факультеттар араһында – энергетика, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы, иҡтисад, ауыл хужалығын механизациялау.