Рәсәйҙә етештерелгән протездарҙың сифатлы һәм уңайлы булыуы тикшерелә. Сит ил аналогы һаналған тубыҡ модулен Башҡортостанда мохтаждар бушлай алыр тип көтөлә. Рәсәй сәнәғәтендә был тармаҡты үҫтереү өсөн уңайлыҡтар бар. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Даниил Левченко сираттағы протезды үҙендә тикшереп ҡарай. Быға тиклем йәш егет металлдан эшләнгән протезда йөрөһә, хәҙер иһә титандан яһалған тубыҡтар модуле ярҙамында хәрәкәт итә. Тәү сиратта атлағанда, баҫҡыстан менгәндә уңайлы булырға тейеш. 19 тапҡыр протез алыштырған егет был хаҡта яҡшы белә.Даниил Левченко 7 йыл слэдж-хоккей менән шөғөлләнә. Бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионатында ла ҡатнашып өлгөргән. Ауыр спорт төрөн һайлағанғамы, протездың беркетелгән урындары оҙаҡҡа етмәй. Ә титандан эшләнгән протез ярҙамында Даниил беренсегә йөрөп ҡарай. Протез Рәсәйҙә етештерелгән, сит илдәрҙәгенән бер ҙә ҡалышмай. Илдә әле бөтәһе ун 10 тубыҡ модуле иҫәпләнә.Тубыҡ модулен эшләтер өсөн протездар етештерелгән үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ошонда уҡ үлсәмдәр алына. Уңайлы булһын өсөн буласаҡ протезды ике тапҡыр кейеп ҡарарға кәрәк буласаҡ. Ул яҡынса өс ай эсендә әҙерләнә. Протез ике йыл хеҙмәт итә. Әммә һаҡсыл ҡарашта уның торошо оҙаҡҡа етә ала. Егермегә яҡын протез алыштырған Даниил сираттағы тубыҡ модуленең сифатлы һәм уңайлы икәнен билдәләй. Илдә 150 меңләп кеше протезға мохтаж. Рәсәй материалдарынан етештерелгән протез дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә 30 процентҡа арзаныраҡ килеп сыға.
Рәсәйҙә етештерелгән протездар сифатлымы?
Рәсәйҙә етештерелгән протездар сифатлымы?