Баҡса амнистияһы

Баҡса амнистияһы

Башҡортостанда “дача амнистияһы 2.0” тип исемләнгән яңы ҡанун үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, граждандар торлаҡ йәки баҡса йорттарына хоҡуҡты ябайлаштырылған тәртиптә теркәй ала. Ҡанун тураһында ентекләберәк киләһе сюжетта.Ер участкаларын һәм ундағы күсемһеҙ милекте ябайлаштырылған тәртиптә хосусилаштырыу мөмкинлеген халыҡта “дача” йәғни, “баҡса амнистияһы” тип атанылар. Был федераль закон 2006 йылда ғәмәлгә ингәйне һәм быйыл ул тағы ла еңелләштерелеп, йәнә оҙайтылды. Мәғлүм булыуынса, шәхси милек тип раҫлаусы документтары булмаған осраҡта баҡса һәм ер участкаларын һатып та, мираҫ итеп тә ҡалдырып булмай. Әммә рәсми теркәлгән күсемһеҙ милеккә һалым һалынасаҡ.Әйткәндәй, ябайлаштырылған тәртип буйынса 1998 йылдың майына тиклем төҙөлгән йорттарҙы ғына теркәп була. Өҫтәүенә, “дача амнистияһы” буйынса торлаҡты ғына түгел, дачаны, баҡса йорттарын, мунса, гараждарҙы ла рәсмиләштерергә мөмкин. Дача амнистияһы быйыл 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш ине. Әммә хәҙер был мөмкинлек менән 2031 йылдың 1 мартын тиклем ҡулланырға мөмкин. Әйткәндәй, Рәсәйҙә “дача амнистияһы” 15 йыл ғәмәлдә. Быйыл ул бишенсегә оҙайтылды.Ошо ваҡыт эсендә рәсмиләштереүҙең ябайлаштырылған ҡағиҙәләре ярҙамында Рәсәйҙә 14 млн күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡ алынған. Ошо йылдарҙа Башҡортостанда иһә «дача амнистияһы» буйынса 750 мең объект теркәлгән.