Шаран районында еләк үҫтереү менән 15 эшҡыуар һәм 200-ҙән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә. Дөйөм тырышлыҡ менән улар 230 гектар ерҙә татлы емеш үҫтерә. Еләк үрсетеүгә барлыҡ ғүмерен бағышлаған династиялар ҙа бар. Райондың Мичуринск ауыл советында, мәҫәлән, Дмитриевтар һәм Капитоновтар ғаиләһе тиҫтә йылдар баҡса эше менән мәшғүл. Бында һәр кем олоһонан алып кесеһенә тиклем бәхетен яратҡан шөғөлөндә тапҡан. Шаран питомнигында әле иң ҡыҙыу мәл. Район халҡы кем уҙарҙан баҡса еләге йыя. Рим Капитонов емеш тулы биҙрәләрҙе ҡабул итеп, дәфтәренә теркәп бара. Тын алырға ла ваҡыт юҡ, биҙрәләрҙе һанап ҡына өлгөр, тип шаярта хужалыҡ етәксеһе. “Шаран еләге” крәҫтиән хужалығында эш күптән яйға һалынған. Еләк йыйыу таңғы биштән үк башлана. Йөк машинаһын һә тигәнсе тултырып Өфөгә оҙаталар, ҡалған еләк республика райондарына һәм күрше төбәктәргә юллана. Капитоновтар ғаиләһенең хужалығы 400 гектар майҙанды биләй. Уның 25 гектары баҡса еләгенә тура килә. Ошо бер баҫыуҙан ғына көнөнә 3 тонна еләк йыйыла, ауыл халҡы ярҙамы менән, әлбиттә. Еләк миҙгеле башланыуын улар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Йыйылған бер бәләкәй биҙрә еләк өсөн 100 һум аҡса бирелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ярайһы уҡ килем эшләргә мөмкинлеген урындағы халыҡ яҡшы белә. Шуға ла йәйҙең төп емешен йыйырға тип кесеһенән алып олоһона тиклем барыһы ла килә. Өс сәғәт эсендә 28 биҙрә тултырып, 3 меңгә яҡын аҡса эшләгәндәр ҙә бар. Талаптар ғына үтәлһен. Тәжрибәле еләк йыйыусы — 84 йәшлек Владимир Михайловтың биҙрәһенә еләктәрҙең иң бешкәндәре, иң эреләре генә эләгә. Еләк үҫтереү ысын мәғәнәһендә династия шөғөлөнә әйләнгән. Баҡса эшенә Рим Капитоновты уның атаһы Зиновий Варламович өйрәткән. 90-ды ҡыуған фермерҙың хужалыҡҡа килмәгән көнө юҡ. Фермерҙың улы Станислав та олатаһы башлаған эште дауам итә. Барыһы ла 1974 йылда Шишмә районынан алып ҡайтылған бер муҡса баҡса еләге үҫентеләренән башланып киткән. Хәҙер дөйөм плантациялар майҙанының сиге лә күренмәй, биләмәләр йылдан-йыл киңәйә. Капитоновтар кеүек оло маҡтауға лайыҡ тырыш ғаиләләр күп Шаранда. Дмитриевтар династияһының татлы еләген мәҫәлән республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә яраталар. Тәме һәм экологик яҡтан таҙа булғаны өсөн. Капитоновтар менән Дмитриевтарҙың төп принцибы еләк мөмкин тиклем файҙалы һәм таҙа булырға тейеш. Шуға ла фермерҙар химия һәм минераль ашламаларҙан ары китеп, сидераль ашлама ғына ҡуллана. Дмитриевтар ғаиләһе Еләк сорттарына айырыуса иғтибар бүлә. Еләктең яңы төрҙәре тәжрибә баҫыуында үҫтерелә. Һынау үткәндән һуң ғына ҙур күләмдә урсетелә башлай. Бына ул баҡса еләгенең иң отошло төрҙәренең береһе – Азия. Үҙе татлы, үҙе эре, уңышын да мул бирә. Ә иң мөһиме, ул беҙҙең климатыбыҙға яраҡлаштырылған. Был еләккә бер ниндәй ҙә ямғыр ҡурҡыныс түгел. Баҡса еләген Дмитриевтар ғаиләһе 27 гектарҙа үҫтерә. Дөйөм биләмәләренең майҙаны 270 гектарға етә. Арпа, донник, ҡайын еләге, ҡарағаттың ысын башҡорт төрҙәре. Емеш–еләк майҙанын арттырыу теләге ҙур, ти хужалыҡ етәксеһе Олег Мефодьевич. Махсус алым ярҙамында күпләп элиталы алма үрсетеү хыялы менән йәшәй фермер.Хужалыҡ эшен аталы — уллы Олег менән Алексей Дмитриевтар башҡарһа, йорт эргәһендәге баҡса әсәләре Анна Васильевна иңенә төшә. 90 йәшен тултырған ҡатын һаман еләген дә үҫтерә, баҡсаһын да тота. Ер эшенә һөйөүҙе ул балаларында ла тәрбиәләй алған.Шаран районында профессиональ рәүештә еләк үҫтереү менән 15 эшҡыуар һәм 200 ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә. Дөйөм тырышлыҡ менән улар 230 гектар ерҙә баҡса емешен үҫтерә. Яратҡан шөғөлөнә мөкиббән киткән, эштән ҡурҡмаған уңған халыҡ йәшәй Шаранда. Иң мөһиме быуындар бәйләнешен һаҡлай улар. Олатай, өләсәләре башлап ебәргән баҡса эше туҡталып ҡалмай, йылдан йыл үҫешә, бөтә республика халҡын татлы емеше менән ҡыуандыра.
Республикала баҡса еләге миҙгеле башланды
Республикала баҡса еләге миҙгеле башланды