Өфө районының Шмидт ауылындағы питомник инде ун йылға яҡын баш ҡала халҡын татлы емеш-еләктәре менән ҡыуандыра. Бында хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Өфө янындағы Шмидт ауылындағы еләк питомниғы инде ун йылға яҡын баш ҡала һәм күрше район халҡын үҙенең татлы емештәре менән ҡыуандыра. Бер миҙегелдә генә бер төптән кәмендә килограммға яҡын еләк йыйып алырға мөмкин. Бындағы еләк татлылығы, эрелеге менән үҙенә ылыҡтыра. Уңыш мул булһын өсөн Мөхйәровтар ғаиләһе иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында бил бөгә. Ике мең гектарға яҡын майҙандағы емештең сорттарын йыл һайын яңыртып торорға, дөрөҫ итеп тәрбиәләргә кәрәк, ти хужалар. Еләк питомнигы һәр теләгән кеше өсөн асыҡ. Күпме теләйһең шул тиклем ашарға, оҡшағанын һайлап алып йыйырға мөмкин. Иң мөһиме хаҡы ла баҙарҙыҡынан күпкә арзан, тәме лә бөтөнләй башҡаса. Еләктән тыш, август айҙарында питомникта шулай уҡ ҡурай еләге һәм крыжовник уңыш бирәсәк.
Уңған хужабикә
Уңған хужабикә