Төркиәлә йәнә терракт. Кисә киске сәғәт ундар тирәһендә Стамбул ҡалаһының Ататөрк халыҡ-ара аэропортында террорсылар үҙ-үҙен шартлатҡан. Шаһиттар әйтеүенсә, террорсыларҙы туҡтатыр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре ут асҡан мәлдә улар шартлатҡысты эшләтеп ебәрә. Өс шартлау һөҙөмтәлә, 28 кеше һәләк булған, 60-тан ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған, алтауһы ауыр хәлдә. Зыян күреүселәр араһында Рәсәй граждандары барлығы хәбәр ителә. Урындағы дауаханаға оҙатылған бер рәсәй кешеһе тураһында билдәле.
Канаданың Миссисога ҡалаһында ла бер-нисә йорт шартлау һөҙөмтәһенә бер кеше һәләк булған, 9 йәрәхәтләнгән. Бер йорт тулыһынса емерелгән, 24-е өлөшләтә зыян күргән. Урындағы халыҡ эвакуацияланған. Ғәҙҙәттән тыш хәл, газ сығыуға бәйле булыуы мөмкин. Әле тикшереү эштәре бара.
Америка Ҡушма Штаттарында балаларҙы үлтереүсе 29 миллион шкафтарҙы һатыуҙы тыйғандар. ИКЕЯ етештергән комодтар балалар өҫтөнә йығылып, алтауһының ғүмерен өҙгән. Компания, үҙ сиратында, мебелде стенға беркетергә кәрәк ине, тип аҡлана.