Әбйәлилдә 50 йылдан ашыу Һаумыһығыҙ ауылдаштар байрамы ойошторола. Салауат ауылында ла ул матур йолаға әйләнгән. Һәр 5 йыл һайын халыҡ осрашып, бер-береһенең хәлен белешә, туғанлыҡ ептәрен барлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Салауат ауылынан 82 кеше фронтҡа китә. Уларҙың 59-ҙы яу яланында ятып ҡала. Һуғыш ҡаһармандарына ауылда яңы обелиск асылды һәм тыл хеҙмәтсәндәре исемдәре яҙылған таш ҡуйылды.
Салауаттар төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарын ҡаршылау өсөн әҙерлек эштәрен 2 ай алдан башлаған. Хәҙер ауыл тағы ла күркәмләнгән, ҡапҡа-рәшәткәләр яңыртылып, сағыу төҫ алған.
Баймаҡ районы Темәс ауылында иһә бер юлы ике сара – Һаумыһығыҙ ауылдаштар һәм Шәжәрә байрамы үтте. Бында Бөрйән ырыуының аралары йәшәй. Улар һәр береһе үҙҙәренең айырым тирмәһен ҡорҙо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Бүре араһының, мәҫәлән, махсус йыры ла бар.
Темәстә бүреләр генә түгел, бесәйҙәр, ҡуяндар, таулылар, мүктәргеләр, ҡолбаҡтылар, ҡаҡбаштар, ҡаҙаҡтар, ҡалмаҡтар һәм башҡа аралар бар. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға шәжәрәһен еткерә.
Һәр ара айырым күргәҙмә лә ойошторорға тырышҡан. Улар бигерәк тә йәштәрҙе йәлеп итте.
Темәс ауылында 4 мең самаһы кеше йәшәй. Шәжәрә байрамына һәр ғаиләнең алыҫта йәшәгән яҡындары ҡайтты.
Байрам мәлендә йырсыларҙың, бейеү ансамблдәренең сығышы сараға йыйылыусыларҙы дәртләндереп, күтәренке кәйеф өҫтәне. Милли көрәш, башҡа спорт уйындары ла ҡыҙыу барҙы, унда олоһо ла, кесеһе лә сәмләнеп ҡатнашты.
Шәжәрә байрамында иң өлгөлө ғаилә тип – Вәлиевтар танылды. Ә өлгөлө йорт номинацияһында бер нисә ғаилә — Солтановтар, Ирназаровтар, Ахаевтар, Низамовтар, Казакбаевтар һәм башҡалар еңеп сыҡты. Ғәҙәттәгесә, уңған килен, иң шәп ҡоҙа һәм ҡоҙағый, ҡәйнә менән ҡайны билдәләнде.