Өфөлә коворкинг-зона проекты тормошҡа ашырыла башланы

Тулыраҡ: Өфөлә коворкинг-зона проекты тормошҡа ашырыла башланы

Баш ҡала уҡыу йорттары студенттарының өсөнсө курста уҡ рәсми хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге бар. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты башланғысы менән Авиация технологиялары Технопаркында коворкинг-зона проекты тормошҡа ашырыла башланы. Инженер мәктәбенең маҡсаты – ижади йәштәрҙе туплап, уларҙың һәләттәрен арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бергәләп яңы проекттар өҫтөндә эшләү.

Был двигатель төҙөлөшөнә өсөнсө курс студенты Ләйлә Хәбибуллина ла хәҙер үҙ өлөшөн индерә ала. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған ҡыҙ технопарк нигеҙендә ойошторолған инженер мәктәбендә практика үтә. Ул төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

Коворкиг-зонаны асыу майҙансығы итеп Авиация технологиялары технопаркы бушҡа һайланмаған. Сөнки, тап бында студенттарға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ә иң мөһиме атҡарылған эш өсөн йәштәргә хеҙмәт хаҡы түләнә. Әйткәндәй, бында башҡа уҡыу йорттарынан да һәләтле йәштәр килеп үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша ала. Студенттар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтһә, киләсәктә тап уларҙы Башҡортостандың төп предприятиеларына эшкә алыу күҙаллана.

Инженер мәктәбенең бер нисә өҫтөнлөгө бар. Мәҫәлән, студенттар уҡыуҙан айырылмайынса практика үтә, тәжрибә уртаҡлаша. Был иһә уҡыу йортона ла, учреждениеларға ла уңайлыҡтар тыуҙыра.

Авиация технологиялары технопаркында асылған коворкинг-зоналарҙы республиканың башҡа ойошмаларында ла булдырырға йыйыналар. Улар предприятиеларҙың буш бүлмәләрендә һәм майҙансыҡтарында урынлашасаҡ, тип көтөлә. Белгестәр бындай инженер мәктәптәре уҡыу йорттары һәм йәмғиәттәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ һәм яңы мөмкинлектәр асасаҡ, тип билдәләй.