Башҡортостанда иҫәп алыусыларға дөйөм алғанда 1 миллион 200 мең объект тураһында мәғлүмәт йыйырға кәрәк. Был эшкә 2 мең ярым иҫәп алыусы һәм 300-гән инструктор йәлеп ителә. Шишмә районында ла иҫәп алыусыларға 16 меңдән ашыу объектты урап үтергә тура киләсәк.
Оксана Колесникова яңыраҡ ҡына уҡыу йортон тамамлаған. Ауылда хеҙмәт урындары етешмәгәс ул иҫәп алыусы булып эшкә төшкән. 45 көн эсендә йәш ҡыҙ алдында 460 шәхси хужалыҡ һәм 644 баҡса тураһында мәғлүмәт туплау бурысы тора.
Быға тиклем иҫәп алыусылар ауылдар һәм ширҡәттәр буйлап йөрөп, халыҡ менән осрашҡан һәм аңлатыу эше алып барған. Шулай уҡ, улар мөлкәт хужалары менән ҡасан осрашасағы тураһында килешкән. Йәғни, иҫәп алыусылар эш сәғәтен үҙҙәре көйләй.
Сәлихйән Солтанов ҙур ғына хужалыҡ тота. Уның тиҫтәләгән эре баш малы, сусҡаһы бар. Бынан тыш, 5-6 гектарҙа бесән әҙерләй, 17 гектарҙа уңыш үҫтерә. Йүнсел иҫәп алыу кампанияларынан һуң ауыл хужалығына ярҙам итеү буйынса программалар ҡабул ителә, тип иҫәпләй.
Иҫәп алыусылар тиҫтәләгән һорауға яуап ала. Был эштә белгестәргә заман технологиялары ярҙам итә.
Йорт хужалары иҫәп алыусыны ихатаһына индермәҫкә хоҡуҡлы, йәғни, урам тышында ғына тороп һөйләшергә мөмкин. Бынан тыш, кампания менән шөғөлләнгән белгестәр кешеләрҙе һорауҙарға яуап бирергә өгөтләй алмай. Дөйөм алғанда иһә халыҡ был эшкә ыңғай ҡарай.
Кампания барышында төп иғтибар крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына һәм фермерҙарға бүленә. Уларҙың техникаһы, баҫыу-яландары, үҫтергән һәм етештергән продукцияһы һәм башҡалар иҫәпкә алына.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһының төп өлөшө 15 августа тамамлана, ә алыҫ һәм таулы райондарҙа 15 ноябргә тиклем дауам итә. Тәү мәғлүмәттәр 2017 йылда биреләсәк, ә йомғаҡ 2018 йылда яһала.