Рамаҙанда мәсеттәрҙең ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Теләгән һәр кем Алла йортона тәрәүих намаҙын уҡырға, ауыҙ асыу мәжлестәренә йөрөнө. Ләлә-Тюльпан мәсетендә лә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн байрам ифтары үтте. Улар Рамаҙан айының үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты, белемдәрен камиллаштырҙы. Ифтарҙан һуң, диндарҙар тәрәүих намаҙын уҡыны. Сараға 400-ҙән ашыу ураҙа тотоусы йыйылғайны. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре, олоһо ла, кесеһе лә, бөтә ғаиләләре менән килгән кешеләр ҙә бар ине.
Бөгөн Рамаҙандың һуңғы көнө, ә иртәгә Ураҙа байрамы
Тулыраҡ: Бөгөн Рамаҙандың һуңғы көнө, ә иртәгә Ураҙа байрамы