Башҡортостанда йәнә ҡурҡыныс авария

Башҡортостанда йәнә ҡурҡыныс авария

Был юлы Благовар районында 6 кешенең ғүмере өҙөлдө, 13 пассажир тән йәрәхәттәре алды, шул иҫәптән бер бала. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Языкованан Өфөгә юлланған Форд Транзит юл ситендә торған Камазға барып бәрелгән. Автобуста барлығы 20-гән кеше булған. Йөк машинаһы трасса буйында юл эштәре өсөн туҡтаған булған. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Уҙған аҙнала Башҡортостанда бихсап юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлгәйне.