Республика етәксеһе һуңғы көндәрҙә аварияларҙа үлеүселәр һанының ҡырҡа артыуына борсолоу белдерә. Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә үҙ сығышында һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, Благовар районы хаакимиәте башлығына уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты. Башҡортостан өсөн был аҙнаның тәүге көнө “ҡара дүшәмбе” булып иҫтә ҡаласаҡ. 25-се июлдә Благоварҙан Өфөгә юлланған автобустың “Камаз” йөк машинаһына килеп бәрелеүе һөҙөмтәһендә 6 кеше һәләк булды. Ваҡиға урынына санавиация, “ашығыс ярҙам хеҙмәтенең” ун бригадаһы ебәрелә. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, айырыуса ауыр хәлдәге 4 пассажирҙы һуңғараҡ Өфөгә күсереү мөмкинлеге ҡарала. М-5 федераль трассаһында булған аварияның сәбәптәрен асыҡлау өсөн айырым тикшереү кәрәк. Ә район мәрхүмдәрҙең яҡындары, туғандарына ярҙам күрһәтеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуя. Тағы ла шуныһы – “Өфөлайн” компанияһының микроавтобусы яңы машиналар исемлегенән булған. Башҡортостан өсөн авариялар һанын кәметеү беренсе урында ҡала. Бынан тыш, һыуҙағы фажиғәләр, янғындар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Һандар хәлдәрҙең ҡатмарлы икәнлеген дәлилләй. Республиканың төҙөлөш өлкәһендәге суперсервисы Рәсәй кимәлендә лә танылыу таба. Автоматлаштырылған юл ярҙамында был тармаҡтағы объекттар, сауҙала ҡатнашыу алгоратимдарын табырға мөмкин. Быларҙың барыһы ла инвесторҙар менән эшләүҙе камиллаштырырға тейеш, тип аңлата хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов. Иҡтисади сикләүҙәр мәлендә был программа, әлбиттә, әһәмиәтле. Бурыстар амбициоз, әммә уны бойомға ашырыу ваҡыты һуҙыла. Инвестицон проекттарҙы ваҡытын бер ни тиклем һуҙып булһа ла, мал аҙығы өсөн мөҙҙәт сикле. Уны бер йәй эсендә йыл ярымлыҡ итеп тупларға кәрәк. Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов мәҫәлән, быйыл бесән етерлек буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Ә бына ураҡ мәлендә иһә гектарынан уртаса 45 центнер төшөм көтөлә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған сираттағы мәсьәлә гуманитар юҫыҡҡа бәйле. Профессиональ белем биреүҙе яңыртыу программаһына ярашлы, беренсе сентябрҙән Башҡортостандың 5 колледжы сәнәғәт кластерына берләшә. Тимәк, улар айырым бер предприятие өсөн белгестәр әҙерләйәсәк. Ә аҙна аҙағында республика башлығы Баймаҡта көтәләр. Был сәфәрҙең үҙ сәбәбе бар. Хәбиров етәкселегендәге ултырышта республиканың айырым һаҡланған биләмәләренә бәйле фекере алышыу булды. Ҡурсаулыҡтар, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары – быларға хәҙер тағы ике обьект өҫтәләсәк. Уларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан күл.
Республика борсолоу белдерә
Республика борсолоу белдерә