“Лента” магазинынан алып Армавирская урамына тиклем хәрәкәт туҡтала. Водителдәр Кузнецов затоны буйлап һалынған яңы урау юлдан Ағиҙел күперенә сыға ала. Радий Хәбиров эш барышын тикшерҙе, ҡала ситенән Өфөгә инеүселәр өсөн ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килмәҫме икәнен белеште. Көндәр эҫе, әммә эшселәр туҡтамай. Ҡалын кейемде лә сисеп ташлап булмай. Хәүефһеҙлек өсөн махсус кейем мотлаҡ булырға тейеш. Фәнил Ибраһимов бындай шарттарҙа эшләргә өйрәнгән. Эшселәр әүҙем юл төҙөй. Пугачев һәм Бородин урамдары киҫелешендә светофор булмаясаҡ. Бында транспорт әйләнеше төҙөләсәк. Ваҡытлыса яңы юл Кузнецов затонын урап үтәсәк. Өфөнән сығыусы водителдәр “Лента” магазинынан һуң Геофизиктар урамына боролоп, Һынаусылар һәм Бородин урамдары аша йөрөй аласаҡ. Автомобилдәр өсөн 4 буйлы юл, йәмәғәт транспорты өсөн 2 туҡталышы төҙөлгән. Радий Хәбиров юл төҙөлөшө менән танышты, эшселәр менән аралашты. Планға ярашлы, төҙөкләндере 2024-се йылдың 30-сы июненә тиклем дауам итәсәк.Пугачев урамы ябылды, әммә ошо урамда йәшәүселәр үҙ йорттарына үтә ала. Ә ҡаланан Кузнецов затоны аша урап сығырға тура киләсәк. “Өфөнөң көнъяҡ ҡапҡаһы” транспорт проекты –ҡаланан сығыу һәм инеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән ҙур эштәрҙең башланғысы ғына, тип билдәләне Радий Хәбиров. Киләсәктә кәм тигәндә тағы ла 3 күпер төҙөләсәк.
Бөгөн Өфөнөң Пугачев урамы реконструкцияға ябыла
Бөгөн Өфөнөң Пугачев урамы реконструкцияға ябыла.